Ҡоршағанда боҙ һалҡыны, дөрләй йөрәк ялҡыны29.01.2016
Ҡышҡы селлә. Өфө. Һалдат күле... Ҡала халҡы, йылы тундарына төрөнөп, ашыға-ашыға атлай. Аҙ ғына туҡтаһаң да, 20 градуслыҡ һалҡын һауа тынды ҡура, битте семетә.
Ә был ир-егеттәргә, ҡатын-ҡыҙҙарға һыуыҡ бер ни түгел! Күлдә уйылған ҙур мәкелә ҡолас ташлап йөҙәләр. Юҡҡа ғына үҙҙәрен “морж” тип атап йөрөтмәйҙәр икән. Ана, 75 йәшлек Валерий Солтановтың шул шөғөлдө үҙ иткәненә хәҙер 55 йыл. Тотош бер ғүмер...
Бөгөн ошонда ҡышҡы йөҙөү буйынса Өфө ҡалаһының асыҡ чемпионаты башлана. Унда Башҡортостандан, Ульяновск, Ярославль өлкәләренән, Сыуаш, Удмурт республикаларынан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән йөҙҙән ашыу кеше ҡатнаша. Улар өс көн буйына ирекле һәм брасс стилдәрендә биш төрлө дистанцияла иң-иң етеҙҙәрҙе асыҡлаясаҡ. Март айында был тәүәккәл спортсыларҙы Төмән ҡалаһында үтәсәк донъя чемпионаты көтә.