Ситтән тороп... дауалау27.01.2016
Беҙҙең халыҡта үҙ белдеге менән дауаланыусылар күп. Cәбәптәре төрлө: кемдер табиптарҙың оҫталығына ышанмай, икенселәр был алым осһоҙораҡҡа төшә тип һанай, өсөнсөләрҙең дауахана буйлап йөрөргә ваҡыты юҡ. Тиҙҙән дистанциялы медицина ярҙамын – ситтән тороп дауалауҙы ла законлаштырмаҡсылар.

Нисек, ни өсөн? Йәнәһе лә илдә барлыҡ хеҙмәт күрһәтеү мөмкин тиклем автоматлаштырыла, сит илдәрҙә лә шулай эшләйҙәр. Әммә унда ситтән тороп медицина консультацияһы ғына үткәрәләр. Йәғни телекүперҙәр, телеконференциялар, скайп аша аралашыуҙар табиптарға тәжрибә уртаҡлашыу, онлайн режимда операция барышы менән танышыу мөмкинлеген бирә. Белгес менән ауырыу түгел, ә хеҙмәттәштәр үҙ-ара кәңәшләшә. Тимәк, дистанциялы ярҙам менән дистанциялы консультация бер үк нәмә түгел.
Ғәҙәттә, пациентты һауыҡтырыусы табип үҙ өҫтөнә тулы яуаплылыҡ ала. Сифатһыҙ хеҙмәт күрһәтһә, уға ҡарата хатта енәйәт эше ҡуҙғатылыуы мөмкин. Ил медицинаһы өлкәһендәге ошондай яңғырауыҡлы ваҡиғалар былай ҙа көн дә тиерлек ишетелеп тора.
Ә хәҙер ошо рәүешле дауалауҙы күҙ алдына килтерәйек. Бына сирле скайп аша белгес менән бәйләнешкә инде, ти. Ярай, шул ерем ауырта, был ерем борсой тип аңлатып та бирер. Бәлки, өҫтәмә тикшереү һөҙөм­тә­ләрен – анализ, рентген, УЗИ һы­ғым­таларын – күрһәтер. Тән темпера­тураһы күпме икәнен әйтер. Ләкин был ғына етмәй бит. Әле табиптың янында ултырып, ауыртҡан ағзаңды ентекләп ҡараттырып, тотоп-ҡапшаттырып та дөрөҫ кенә диагнозыңды белә алмаған осраҡтар бар. Хатта һине борсоған мәсьәлә менән барлыҡ белгестәрҙе ҡырҡ тапҡыр урап сығып та, ауырыуыңдың сәбәбен төшөнмәгән саҡтар була. Шулай икән, һинән әллә күпме саҡрым алыҫлыҡтағы белгес экран аша ғына нисек тын алышыңды тойһон, хәлеңде самалаһын? Нисек күренеште теүәл генә баһалап, йүнәлеү рәүешен тәҡдим итһен?
Иң ҡурҡынысы – яңылыш диагноз ҡуйып, тейешенсә дауаламау. Һөҙөмтәлә кеше организмына төҙәтә алмаҫлыҡ зыян яһалыуы бар, хатта үлем осраҡтары булыуы мөмкин. Шунан яуаплылыҡ кем өҫтөнә ятыр? Алыҫтағы табипты Ай күрҙе, Ҡояш алды, уның ғәйебен нисек иҫбатларһың? Үҙе юҡтың күҙе юҡ, ти халыҡ әйтеме лә. Ә аралашыу ваҡытында бәйләнеш насар булып, пациент һүҙҙе, кәңәште дөрөҫ аңламаһа? Виртуаль донъя эшмәкәрлегендә өҙөклөктәр булып тора бит.
Былай ҙа “һаңғырау телефон”, Интернет аша дауаланғандар бихисап. Әммә унда кәңәш биргән табиптар ҙа алдан “хәүефһеҙлек сараларын” күреп ҡуя. Йәнәһе, “һәр осраҡ үҙенсәлекле, диагнозды дөрөҫләтеү өсөн табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ”. Кеше сәләмәтлеге менән уйнарға ярамай, эҙемтәһе аяуһыҙ булыуы мөмкин бит.
Йәнә бер яғы бар был мәсьәләнең. Күп кенә урындарҙа – банктарҙа, пенсия фонды, һалым инспекцияһы, дәүләт теркәүе хеҙмәте идаралығы бүлексәләрендә – терминалдар ҡуйылып, ҡабул ителеүгә электрон талон буйынса сират алаһың. Поликлиникаларҙа ла бар улар. Тик һаман да оло йәштәгеләр уны үҙаллы ҡуллана белмәй. Шуға күрә лә бындай заман машиналары янында мотлаҡ бер консультант-белгес тора. Ул мөрәжәғәт итеүсегә йәһәт кенә талон алып бирә. Кеше икенсе юлы баш ватып тормай, тағы эшен унан йомошлата. Хатта сират теҙелеп китмәһен өсөн, хеҙмәткәр аппарат менән эшләй белгәндәргә лә тиҙ генә ярҙам итеп ебәрергә маташа. Шулай булғас, бындай терминалдарҙан ни фәтүә? Һәм ошо кешеләр онлайн дауаланыу ысулын үҙләштерер тип кем әйтә ала? Өҫтәүенә һаулығына күбеһенсә тап ошо өлкән йәштәгеләр зарлана. Улар ғәҙәттәгесә “тере духтырға” йөрөүҙе хуп күрәсәк.
Тимәк, сираттағы тапҡыр әллә күпме аҡса түгеп, яңы технологияны ғәмәлгә индереүҙең үҙен аҡлауы икеле. Ошондай үҙгәртеп ҡороуҙарға күпме сығым киткәнен күреп-белеп торабыҙ. Тотош тармаҡтар тиҫтә йылдар буйы реформалар солғанышында йәшәй. Медицинала ла сираттағы “велосипед уйлап табыу”ҙан, бигерәк тә бындай хәүефле ысулды тормошҡа ашырыуҙан баш тартып тороу яҡшыраҡ булыр ине.


Вернуться назад