Ярҙам кәрәкһә, дәрес тыңлағыҙ27.01.2016
Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһындағы Бизнес мәктәбе акселерация программаһы буйынса дәрес тыңлаусылар йыя.

Сараның маҡсаты – яңы эш баш­лаған эшҡыуарҙарға ярҙам­лашыу. Тыңлаусылар алдында 25-тән ашыу спикерҙың сығыш яһауы күҙаллана. Улар бизнесҡа бәйле мөһим мәсьәләләрҙе кү­тәрәсәк. Бынан тыш, проекттарҙы тикшереү, эшҡыуарлыҡ вәкил­дәре менән осрашыуҙар көтөлә.
Программала ҡатнашыу өсөн проекттың сайтында теркәлеү шарт. Бизнес-практикумдар февралдә башлана.


Вернуться назад