Социаль яуаплылыҡты үҫтереү маҡсатында27.01.2016
Быйыл февралдә Башҡортостандың ике ҡалаһында социаль эшҡыуарлыҡ буйынса I Республика форумы үткәрелә. Был сара йәмғиәт алдында яуаплы бизнесты үҫтереүгә, перспективалы проекттарҙы әүҙемләштереүгә йүнәлтелә.

Форум саралары 11 февралдә – Мәләүездәге ҡала мәҙәниәт һарайында, 12 февралдә иһә Өфөлә, Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығының конференциялар залында уҙғарыла. Уларҙы Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты ярҙамы менән Социаль өлкә инновациялары үҙәге ойоштора.
Социаль эшҡыуарлыҡ төбәктә бизнесты үҫтереүгә көслө этәргес бирә ала. Рәсәйгә килеүенә әллә ни күп ваҡыт үтмәһә лә, ул коммерцияға ҡарамаған башланғыстар, хәйриә, корпоратив социаль яуаплылыҡ менән бер рәттән мөһим урын биләй. Социаль йүнәлештәге проекттар эшһеҙ ултырған меңдәрсә гражданды, шул иҫәптән пенсионерҙарҙы бәләкәй бизнес өлкәһенә йәлеп итергә, кәрәкле социаль хеҙмәттәр баҙарын ойошторорға, инвалидтарҙың һәм өлкән­дәрҙең тормошон еңеләйтергә, балаларға тәрбиә һәм белем биреүҙә ярҙамлашырға һәләтле. Бындай проекттар дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә төҙөлә ала һәм йәмғиәттәге социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә туранан-тура ҡағыла.
Форум барышында социаль проект­тарҙы тормошҡа ашырғанда финанслау, франчайзинг алымын файҙаланыу, йәмәғәт фондтары менән үҙ-ара эш итеү мөмкинлектәре ҡараласаҡ. Мәскәү, Төмән, Пермь, Өфө ҡалаларының төп эксперттары тәжрибә уртаҡлашасаҡ. Улар социаль эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләгәндәр өсөн шәхси консультациялар үткәрергә ниәтләй.
Форумда ҡатнашыу өсөн аҡса түләргә кәрәкмәй. Сайтта теркәлергә онотмағыҙ. Өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн Социаль өлкә инновациялары үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Электрон адресы: [email protected].


Вернуться назад