Сабырлыҡтың төбө – һары алтын27.01.2016
Сабырлыҡтың төбө – һары алтын “Атай кешенең балаларына ҡалдырған иң ҡиммәтле мираҫы – күркәм тәрбиә”, – тигән пәйғәмбәр Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Был фекер менән барыбыҙ ҙа, шул иҫәптән бизнеста ҙур уңышҡа өлгәшкәндәр ҙә, килешә. Васыят буйынса ҡалған мал-мөлкәткә генә иҫәп тотоп йәшәп, фәҡирлеккә, хатта берәҙәклеккә дусар булған замандаштарыбыҙ аҙмы ни?

Балаларҙы бәләкәйҙән үк эшкә өйрәтергә кәрәк. Мәҫә­лән, һәр кемдең өйҙә үҙ бурыстары билдәләнеүе мөм­кин: иҙән йыуыу, урам һепе­реү, ҡар көрәү, һыу ташыу... Был, бер яҡтан, тил­берлеккә күнектерһә, икен­сенән, яуаплылыҡ тойғоһон арттыра. Үҫмер сағында балағыҙ ваҡытлыса эшкә урынлашһа ла насар түгел. Ҡайһы бер байҙар ҙа ул-ҡыҙҙарына 15-16 йәштән үҙ тырышлығың менән аҡса табыу талабын ҡуя. Исмаһам, көн дә автобуста түләп йөрөрлөк, аҙнаһына бер мәртәбә киноға барып ҡайтырлыҡ. Аҙ булһа ла ярар: иң мөһиме – хәләл көс менән табылған.
Финанс өлкәһендәге уңыш өсөн баланың IQ кимәле әллә ни әһәмиәтле түгел, ти белгестәр. Ябай ғына алым ярҙамында бынамын итеп тәрбиәләй алаһығыҙ буласаҡ эшҡыуарҙы. Стэнфордтан бер ғалим дүрт йәшлектәрҙең алдына кәнфит һалған да кемеһенең уны ашауҙан оҙа­ғыраҡ тыйылып тороуын тер­кәгән. Аҙаҡ, тиҫтәләрсә йыл үткәс, нәҡ шул сабырҙарҙың тормошҡа нығыраҡ яраҡ­лашыуын күргән. Улар яҡшы ғаилә ҡорған, мул аҡса эшләгән, карьера яһаған, һаулығын да ҡайғыр­тырға онотмаған. Ә бына түҙем­һеҙҙәр олоғайғансы теләк­тәрен сикләргә өйрәнмәгән, шунлыҡтан уңышһыҙ­лыҡҡа йыш осраған.
Бер олигарх балаларын үҙгәреш­тәргә әҙер булырға, яңы шарттарға тиҙ күнегергә өйрәтеп үҫтерә икән. Ғаилә ағзалары ай һайын йәшәү урынын алмаштыра, ти. Фатирҙарын түгел, бүлмә­ләрен генә, әлбиттә. Ошолай күсенеп йөрөп, улар баҙар иҡтисады өсөн сыныға, имеш.
Ҡайһы бер байҙар йыш ҡына балаларын “Әгәр атай-әсәй булмаһа?” тигән һорау менән уйландырып ала. Һис тә хилафлыҡ юҡтыр, сама­һын белеп кенә ҡабатлаһаң.
Яҡшы белем биреү, спортҡа, дингә ылыҡтырыу иһә үрҙә аталған ысул­дарҙың барыһын да алмаштыра ала. Ҡыуанысҡа күрә, беҙҙең башҡорт эшҡыуарҙарының да байтағы хәҙер иң ҙур инвестицияның дөрөҫ тәрбиә икәнлеген ныҡлап аңлай башланы.


Вернуться назад