Һаҡлан: киҙеү йөрөй!27.01.2016
Әле Башҡортостанда сусҡа киҙеүе менән сирләүҙең ете осрағы теркәлгән. Стационарҙа дауаланыусыларҙың хәле “уртаса ауырлыҡта” тип баһалана.
“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан идаралығында әйтеүҙәренсә, төбәктә киҫкен респиратор вируслы инфекция менән ауырыу кимәле әүәлге күрһәткестәрҙән 22 процентҡа түбәнерәк. Һаулыҡ һаҡлау министрлығында сирҙең киҫкен осоронда сараларҙы көйләү буйынса оператив штаб төҙөлгән. Медицина ойошмалары тейешле дарыуҙар, ҡорамалдар, киҙеүҙән һаҡланыу һәм дезинфекция саралары менән тәьмин ителгән. Сусҡа киҙеүенең үҙенсәлектәре: тән температураһының ҡырҡа күтәрелеүе, йүтәл, тымау, тамаҡ, баш ауыртыуы, тын алыуҙың йышайыуы, мускулдарҙың һыҙлауы, конъюнктивит.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығында билдәләүҙәренсә, сусҡа киҙеүенең вируслы пневмонияға килтереүе ихтимал. Сирлеләргә, тәүлек эсендә үпкәһе шешеп, быуылыу янай. Шуға күрә сирҙең тәүге билдәләрен асыҡлау менән кисектермәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итеү шарт. Ауырыуҙы иҫкәртеү маҡсатында кеше күп урындарға барыуҙы сикләргә, ҡулды һабынлап йыуырға, медицина битлеге кейергә кәңәш ителә.
Әйткәндәй, Өфөнөң Мәғариф идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, баш ҡалалағы барлыҡ дөйөм белем биреү учреждениелары ғәҙәттәгесә эшләй, киҙеүгә бәйле карантин иғлан итергә сәбәп юҡ.