Космонавтар “Янғантау”ға рәхмәтле27.01.2016
Күптән түгел Рәсәй Космонавтика федерацияһы вице-президенты Вячеслав Бондаренко “Янғантау” шифаханаһының почетлы ҡунағы булды. Ул учреждение коллективына хеҙмәт күрһәтеүҙәге уңыштары, ватан космонавтикаһы тарихын һәм ҡаҙаныштарын танытыуға тос өлөш индергән өсөн Космонавтика федерацияһы грамотаһын тапшырҙы.
2012 йылдың ноябрендә “Янғантау” менән Космонавтика федерацияһы араһында шифахана-курорт хеҙмәттәре күрһәтеү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгәйне. Ошо йылдарҙа “Янғантау”ҙа осоусы-космонавтар В.В. Коваленок, А.В. Филипченко, И.П. Волк, В.А. Ляхов, В.В. Горбатко, А.Н. Баландин, А.С. Иванченков, С.Н. Ревин ял итте, һаулығын нығытты.
Сифатлы хеҙмәт күрһәтеп, космонавтарҙың һәм Йыһан тармағы хеҙмәткәрҙәренең сәләмәтлеген нығытып, “Янғантау” Йыһанды үҙләштереүгә үҙ өлөшөн индерә.