Асыҡ сәйәсәт баһаланды27.01.2016
Бюджет мәғлүмәттәренең асыҡлыҡ кимәле буйынса Рәсәй төбәктәре рейтингында Башҡортостан 13-сө урынды биләй. Илдең Финанс министрлығы үткән йылға яһаған мониторинг ошондай һөҙөмтә күрһәтте. Рейтинг Ғилми-тикшеренеү финанс институты менән Ғәмәли иҡтисад үҙәге тарафынан Бюджет сәйәсәте департаменты заказы буйынса төҙөлгән.

Башҡортостан Финанс министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2014 йыл йомғаҡтары буйынса республика был йәһәттән 71-72-се урындарҙы ғына биләгән, былтыр иһә етди алға китешкә өлгәшелгән.
Мониторинг барышында төбәктәр ғәҙәттәгесә раҫланған ҡаҙна, уның үтәлеше тураһында йыллыҡ отчет, бюджет тураһындағы законға үҙгәрештәр индереү, арауыҡтағы отчет, аналитик мәғлүмәттәр, финанс контроле, ҡаҙна проекты, дәүләт учреждениеларының эшмәкәрлеге кеүек мәғлүмәттәр, граждандар өсөн бюджет, йәмәғәтселек фекере кеүек йүнәлештәр буйынса баһаланды.


Вернуться назад