Форум тамам. Һөҙөмтәһен көтәбеҙ27.01.2016
Өфөлә БРИКС илдәрендәге хеҙмәт һәм мәшғүллек министрҙарының йыйыны ике көн барҙы. Сара программаһына ярашлы, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилиндың осрашыуы ла булды.
– Хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнеште кәметеүҙә ярҙам иттегеҙ. Дөйөм алғанда, 230 миллион һум талап ителһә, шуның 218 миллионын һеҙ бирҙегеҙ. Аҡсаны тулыһынса үҙләштерҙек, – тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов. – Программала 5 415 кеше ҡатнашты. Ҡатмарлы иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ осоронда был йәһәттән бик яҡшы эш башҡарылды. Әлеге йүнәлеш буйынса артабан да эшләйәсәкбеҙ.
– Мәшғүллеккә ярҙам программаһына килгәндә, хәҙер башҡа ведомстволарҙағы коллегаларыбыҙ менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Былтыр программаны оҙаҡ тикшерҙек һәм ҡатмарлы иҡтисади хәлдә ҡалыу хәүефе янаған предприятиеларҙы һайланыҡ, – тине Максим Топилин.
Республика Башлығы халыҡты социаль хеҙмәтләндереү буйынса ҡайһы бер бурыстарҙы дәүләт ҡарамағында булмаған секторға тапшырыу темаһын да күтәрҙе.
Йыйын барышында Рәсәйҙең Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы йәштәрҙең мәшғүллеге һәм социаль партнерлыҡты үҫтереү мәсьәләләре буйынса “түңәрәк өҫтәл” дә ойошторҙо. Унда юғары уҡыу йортон тамамлағандарҙың эш таба алмауы, хеҙмәт баҙарында тәҡдим ителгән вакансияларҙың 80 проценты эшсе һөнәренә бәйле икәнлеге тураһында һүҙ барҙы.
— Хеҙмәт ресурстарының конкурентлыҡ ҡеүәһен арттырыу йәһәтенән өҙлөкһөҙ белем биреү системаһы ҙур әһәмиәткә эйә. Бөгөн электрон белем биреү селтәре әүҙемләшә. Беҙҙең бурыс — юғары уҡыу йорттарын тамамлағандарҙы ла, эшсе белгестәрҙе лә даими белем алыуға йәлеп итеү, — тине Рөстәм Хәмитов. — Республикабыҙ һәләтле йәштәрҙе үҙенә ылыҡтырған төбәккә әүерелһен ине. Ошо яуаплы һәм мөһим эште мотлаҡ тормошҡа ашырырға кәрәк.
Форум аҙағында БРИКС илдәре министрҙары хеҙмәт баҙарын көйләү буйынса саралар планы билдәләнгән декларацияға ҡул ҡуйҙы.