Көләмәстәр27.01.2016
Аҡыллы ҡатын һәр ваҡыт ирен балыҡҡа ебәрә. Ә тәрән фекерләгәндәре балаларын да эйәрттерә.
* * *
– Кәләш, иртәгә күрше менән балыҡҡа барып киләйем әле?
– Кем ул?
– Күрше Дамир…
– Бар, тик Дамир менән түгел.
– Ни эшләп?
– Өйҙә яңғыҙыма күңелһеҙ булыр…
* * *
Әгәр бәләкәй балыҡтар эләкһә, кире ебәрәм, ҙурҙарын майонез һауытына йыйып барам.