Нур сәсеүсе ҡояш кеүек06.03.2012
Нур сәсеүсе ҡояш кеүек...Бала илай. Үҙәктәрҙе өҙөрлөк итеп илай. Балалар йортона килтерелгән үкһеҙ етемдең башҡа сараһы ла юҡ кеүек.
— Сеү, сабый, илама, тыныслан.
Наҙ, һөйөү һәм йәлләү тойғоһо хас булған һөйкөмлө апай уны, сәсенән һыйпап, тынысландырырға тырыша.
— Бында яңы дуҫтар табырһың, һине береһе лә ҡыйырһытмаҫ, ҡурҡма, бәләкәс.
Ошондай һүҙҙәрҙе ишеткән бала тыныслана, әле генә емерелгән кеүек күренгән донъя ла яҡтырып киткәндәй була, бына һүнәм, бына һүнәм тигән өмөт сатҡылары яңынан ҡуҙлай башлай.
Күп йылдар Ауырғазы балалар йортонда эшләгән Рәйлә Миңлеислам ҡыҙы Батталованың изгелекле ҡулдары, һөйөү тулы йөрәге аша күпме ошондай сабый үтте икән?
Уның бала саҡ, мәктәп йылдары йәмле Инйәр буйындағы Абҙан ауылында уҙа. Урта мәктәпте һәйбәт тамамлаған, уйҙарында яҡты киләсәккә өмөт, тик яҡшылыҡ һәм изгелек булған, белемгә ынтылған ҡыҙ 1969 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инә.
Тәүҙә йәш белгескә балалар йортонда ваҡытлыса эшләп торорға тәҡдим итәләр. Тәүге эш көнөн ул мәктәпкә барасаҡ төркөмдә башлай. Етемдәр менән беренсе осрашыу уның күңелендә тәрән тәьҫир ҡалдыра. Һәр кешегә ҙур өмөт менән баҡҡан, һағышлы ҡарашлы, аҙ ғына булһа ла йылылыҡ, наҙ эҙләп килеп һырынған кескәйҙәрҙе ташлап китергә уның йөрәге етмәй. Яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған, иң яҡын кешеләренең хыянатына дусар булған, йөрәге туңған балаларға йылылыҡ, әсә наҙы биреп уҡытыу, тәрбиәләүгә 40 йылға яҡын ғүмерен арнай ул.
Заман талаптары менән йәшәп өйрәнгән тәрбиәсе бер урында ғына тормай. Телмәр үҫеше тотҡарланған балалар килә башлағас, ул логопед һөнәрен үҙләштерә, күптәргә тел асҡысы биреп, тормошта үҙ урынын табырға ярҙам итә.
Рәйлә Миңлеислам ҡыҙы балалар йортоноң музейын булдырыуға ҙур көс һала. Ул барыһының да иң яратҡан урынына әйләнә.
Яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған балаларҙың ышанысын һәм ихтирамын яулау, уларҙың күңеленә юл таба белеү һәр кемдең дә ҡулынан килмәйҙер. Күпме сабырлыҡ, мәрхәмәтлек, кисерә-аңлай белеү һәләте кәрәк бының өсөн.
Донъя тигәнең ҡыҙыҡ бит ул. Бәғзе берәүҙәр тыуып үҫкән яғында сит булһа, икенселәре иһә бөтөнләй ят районда, башҡа ауылда үҙ кешеләрҙән дә ҡәҙерлерәккә әүерелә.
Рәйлә Батталова — Ауырғазы районы халҡы араһында тырыш хеҙмәте менән абруй яулаған, барыһы ла яҡын күргән кеше. Йәмәғәт тормошонда ихлас ҡатнаша, район гәзите биттәрендә әленән-әле мәҡәләләре донъя күреп тора, оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, йәш тәрбиәселәр менән тәжрибә уртаҡлаша. Талбазы лицейында башҡорт теле дәрестәре лә алып бара. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, юғары категориялы уҡытыусыны 82-се һөнәрселек лицейына эшкә саҡыралар.
Дәрестәрен йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы итеп үткәрә, уҡыусылары башҡорт теле буйынса республика олимпиадаһында призлы урындар яулай. “Нур сәсеүсе ҡояш кеүек”, — тиҙәр Рәйлә Миңлеислам ҡыҙы хаҡында уны белгән кешеләр.
Зифа ҒИЛМЕТДИНОВА.
Ауырғазы районы.


Вернуться назад