Тәжрибә һандығына27.01.2016
* Балыҡты ҡышҡы йылтыр­маға тотҡанда киҫкен хәрәкәт яһарға ярамай. Өҫкә яйлап күтәреү, аҫҡа иһә тиҙ төшөрөү уңыш килтерер.
* Болотло көндә йылтыр­маның асыҡ төҫтәгеһен, аяҙ мәлдә һарыһын ҡулланығыҙ.
* Мәкене уйғас та ян-яғын боҙ киҫәктәренән таҙартырға кәрәк. Шул саҡта ҡармаҡ ебегеҙ эләкмәҫ.
* Ҡармаҡ ебенең 0,10-0,15 миллиметрлығы – иң яҡшыһы.
* Күҙлек кейәһегеҙ икән, ба­лыҡҡа барыр алдынан уны ҡоро һабын менән һөртөп алырға онотмағыҙ.


Вернуться назад