Йәмһеҙ булһа ла, һурпаһы шәп!27.01.2016
Йәмһеҙ булһа ла, һурпаһы шәп! Буран да, сатлама һыуыҡ та ҡурҡытмай һәүәҫкәр балыҡсыларҙы. Өҫтәүенә боҙ аҫтынан ҡармаҡлау күпкә ҡыҙығыраҡ та. Алдыңда – бәләкәй генә мәке. Ҡыҫҡа ғына ҡармаҡ һабына бәйләнгән ырғағыңды емләйһең дә боҙ аҫтына төшөрөп ебәрәһең. Күп тә үтмәй алабуға, сабаҡ, бик тә булмаһа, шырт балыҡ тартып сығараһың…

Һүҙебеҙ уларҙың өсөнсөһө тураһында. Шырт балыҡты берәүҙәр – “юрыш”, икенселәр “этеш балығы” тип тә атай. Шыуғалаҡ булғанғалыр, “лайлама” тигән атамаһы ла бар.
Шырт балыҡ мәкенән энәләрен тырпайтып, яртылаш бөгөлгән көйө сыға. Айғолаҡтары асылған, йөҙгөстәре ян-яҡҡа ҡарай тырпайған… Ошо ҡиәфәтен күреп, ҡайһы саҡта суртан да уны ашауҙан баш тартып ҡуя.
Шырт балыҡ алабуғаға оҡшаған, әммә ҙур булып үҫмәй. Араларында 100-120 грамлыҡтары ла осрай. Ғөмүмән, был балыҡ бөтөн ерҙә киң таралған. Төҫө урындағы һыуға бәйле үҙгәреүсән. Ҡомлораҡ ерҙәрҙә эс яғы ағыраҡ була.
Ҡыш шырт балыҡ ҡарышлауыҡ менән туҡлана, декабрь һәм ғинуарҙа шамбының ыуылдырығын ашай. Соҡорло, төбө мәтеле урындарҙы нығыраҡ ярата, һай ергә һирәк сыға. Оҫта балыҡсылар, мәкегә ағас тығып, ләмде ҡуҙғата ла ҡармаҡ һала: мәте араһындағы ҡарышлауыҡтар өҫкә сыға.
Ҡыш ҡармаҡлау өсөн нәҙек еп, бәләкәй ырғаҡ, тиреҫ селәүсене кәрәк. Оҙонморон ҡарышлауығына ла (мотыль) ихлас ҡаба. Шуныһы ҡыҙыҡ: табышҡа килгәндәр шырт балыҡҡа әллә ни иғтибар итеп бармай. Лайла менән бысранмайбыҙ, йәнәһе. Ә иң тәмле һурпа шырт балыҡтан икәнлеген беләләрме икән? Ул тоҙлап киптереү өсөн дә яҡшы. Ыҫланғаны ла телеңде йоторлоҡ!


Вернуться назад