Һыу ятҡылыҡтарында боҙ ҡалыная, аҫта ярым ҡараңғылыҡ хөкөм һөрә, мәке туңа… Тап шундай мәлдә балыҡтарға һауа етмәй башлай. Ситен ҡамыш ҡаплаған урындарҙа әллә ни ҡурҡыныс түгел: аҙ булһа ла, кислород бар. Ә бына ҡарауһыҙ ҡалған күлдәрҙәге балыҡтарға ҙур хәүеф янай. Шуға һирәк-һаяҡ булһа ла мәке уйыу мөһим.Бындай урындарҙа ғинуар һәм февраль айҙарында суртан менән шамбы ғына хәрәкәтсән булып ҡала. Башҡа балыҡтар иһә йөҙгөсөн ҡыбырлатып тороуҙан ары китә алмай. Йәй менән сағыштырғанда, ҡыш яҡынса ун тапҡырға әҙерәк һауа һулайҙар. Балыҡтың тән температураһы һыуҙыҡына тигеҙләнә. Йөрәге иһә ике тапҡырға яй тибә башлай.
Ә ағын һыулы йылғаларҙа тормош башҡаса. Балыҡтар тәрәнерәк урындарға йыйыла. Бағры, бәрҙе, ажау һәүетемсә ҡапһа, сабаҡ менән күгелйем айырыуса әүҙем тотола башлай. Тымыҡ йылға-күлдәргә суртанлыҡ (жирлица) ҡуйыу яҡшы һөҙөмтә бирә.
Ҡышҡы ҡармаҡлауға әҙерләнеү, әлбиттә, йәйҙекенән күпкә айырыла. Кәрәк-яраҡтан тыш, үҙеңә лә иғтибар биреү кәрәклеген оноторға ярамай. Боҙло йылғаның йылы кейенеп килмәгәндәрҙе яратмауы мәғлүм. Әйберҙәрең уңайлы ла булырға тейеш. Мәҫәлән, ҡыҫтау быйма йәки йылы итек тиҙ өшөтөр. Балыҡсының йәшнигенә килгәндә иһә, уны юҡ-бар менән тултырырға ярамай. Еңел булһын. Хәҙер уның пластиктан яһалғандары бар, үҙең дә эшләй алаһың.
Мәғлүм булыуынса, ҡышҡы ҡармаҡлауҙың бер хәүефле яғы бар: боҙҙоң емерелеүе ихтимал. Ошоно күҙ уңында тотоп, алты-ете метр оҙонлоҡтағы бау алып йөрөргә тәҡдим ителә. Боҙ ҡапыл емерелде икән, ептең бер осон иптәшегеҙгә ташлағыҙ. Һыу буйында еүеш кейем менән аҙ ваҡытҡа булһа ла ҡалырға ярамай. Өҫтәүенә тиҙ арала эҫе сәй эсергә кәрәк.
Ҡармаҡлағанда ҡул һәр ваҡыт ҡоро булһын өсөн уны сепрәк менән йыш һөртөгөҙ. Барлыҡ ҡағиҙә теүәл үтәлгәндә генә балыҡ тотоу уңышлы үтәсәк. Шул уҡ ваҡытта бөтөн әйберең булып та, табышҡа юлыҡмауың ихтимал. Ҡыш бит. Был мәлдә балыҡтарҙың ҡайҙалығын, ниндәй емгә ҡабыуын алдан уҡ яҡшы белеү мөһим.