Аяҡ-ҡулығыҙ һыҙлауһыҙ булһын!27.01.2016
Былтыр ноябрҙә, тубығым һыҙлап, атлап йөрөр әмәлем ҡалмағас, Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының травматология бүлегенә операцияға килдем. Аллаға шөкөр, өлкән йәштә булыуыма ҡарамаҫтан, “яңыртып” сығарҙылар.
Әле барыһы ла яҡшы. Йүгереп үк булмаһа ла, әкренләп йөрөп ятам. Табиптар эшен белеп, еренә еткереп башҡарҙы. Башҡаһы инде – Хоҙайҙың ихтыярында. Үҙемдең тырышлыҡҡа, күпмелер ваҡыт үтеүгә бәйле. Әлегә иһә йөрәгемде табиптарға рәхмәт тойғоһо, һоҡланыу, ғәжәпләнеү биләп алған. Аптырарлыҡ та шул. Медицина шул ҡәҙәр алға киткән хәҙер, белгестәр ҙә ифрат ғилемле, тәжрибәле. Минең кеүек 80 йәшлек кешене тиҙ арала аяҡҡа баҫтыр әле!
Медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Фәрит Мөхәмәтовҡа ҙур рәхмәт! Башҡорт травматология хирургияһының атаһы тип тә атарға мөмкин уны. Юғары дәрәжәле, абруйлы Фәрит Фәһим улының ябайлығы, кешелекле, ярҙамсыл, ипле булыуы хайран ҡалдырҙы. Эшен ифрат яратып, белеп башҡара ул. 44 йыллыҡ хеҙмәт юлында, иманым камил, үҙенә бихисап алмаш әҙерләгәндер.
Травматология бүлегенең башҡа табиптарына, шәфҡәт туташтарына ла ҙур рәхмәт. Дауалаған табибым Йәмил Сөләймәновҡа айырым ихтирам һәм хөрмәтемде белдерәм. Яғымлы һүҙле, иғтибарлы белгес ул. Өлкән шәфҡәт туташы Руфина ла маҡтау һүҙҙәренә генә лайыҡ.
Заманса йыһазландырылған йылы палаталарҙа сирең онотола төшә кеүек. Туҡланыу ҙа яҡшы. Һәр сирлегә ҙур иғтибар күрһәтелә. Ошо һәм башҡа шарттарҙы тыуҙырған өсөн дауахананың баш табибы Ринат Нагаевҡа рәхмәтем ҙур. Аҡ халатлыларҙың барыһына ла именлек-һаулыҡ, тик изгелек күреп, бәхетле йәшәүҙәрен теләйем. Аяҡ-ҡулығыҙ һыҙлауһыҙ булһын!