Сорғоттан ҡыҙы менән ейән-ейәнсәре килеп төшкәс, Солтан ҡарт йәшәреп, кәйефе күтәрелеп, һыны турайып, йөҙө яҡтырып киткәндәй булды. “Балаңдың балаһы балдан татлы” тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр шул.Ә өләсәйҙәре тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Тәмлекәстәрҙең ниндәйен генә әҙерләмәне ул! Ҡартының күптәнге хыялы тормошҡа ашасаҡ бит: Аллаһ бойорһа, ул йәй буйы ейән-ейәнсәре менән урман ҡыҙырасаҡ, балыҡ тоторға йөрөйәсәк, балаларға туған телен ныҡлап өйрәтәсәк, халҡыбыҙҙың боронғо көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары тураһында һөйләйәсәк…
Иртәгәһен өлкәндәрҙең һыйыр, кәзә һауғанын яҡындан күргән Алмастың ғәжәпләнеүенең сиге булманы. Оҙаҡ күҙәтеп торғандан һуң: “Ә беҙ һөттө магазиндан алабыҙ. Һеҙгә ҡалай рәхәт икән: шунда уҡ – бер биҙрә”, — тип әйтеп ҡуйҙы. “Ҡыҙым менән кейәүемдең, әйткәнде тыңлап, балалар менән башҡортса ғына аралашыуының һөҙөмтәһе бар. Ейәнем ҡайһылай матур һөйләшә”, — тип эске ҡәнәғәтлек кисерҙе Солтан ҡарт һәм: “Һыйлы көнөң һыйырҙа шул, улым”, — тип ҡуйҙы.
Ҡарты менән ейәне балыҡ ҡармаҡларға киткәс, Рәбиға әбей Айгөлдө йомшаҡ ҡына һөйөп уятып, иртәнге сәй янына саҡырҙы.
— Ҡоймаҡты ҡаймаҡ менән ҡайнатмаға манып аша, балаҡайым, – тип өйрәтте. – Үҫеп, таҙарып киттең, собханалла, күҙ теймәһен.
Урамдан Фәғилә әбей үтеп бара ине. “Әйҙә, сәй эсергә ин”, – тип тәҙрә аша ихлас саҡырҙы уны өләсәй. Өҫтәлгә тиҙ генә таҙа сынаяҡ ҡуйҙы, ҡоймаҡ өҫтәп һалды. “Эй, бисара, бала күрмәгән, балдан ауыҙ итмәгән яңғыҙаҡ бит ул”, — тип ауыр көрһөнөп ҡуйҙы үҙе. Айгөл иһә өй эштәренә тотондо. “Өйрәнгәнең үҙең өсөн”, – ти бит өләсәһе. “Икмәк тәме – тоҙ, өйҙөң йәме ҡыҙ менән”, — тип тә өҫтәп ҡуя.
Солтан ҡарт иһә тәбиғәт ҡосағында ейәненә бала сағы тураһында бәйән итте:
— Атайым йыш ҡына: “Хәрәкәттә — бәрәкәт”, — ти торғайны. Күрше урыҫ ауылы беҙҙән өс саҡрым алыҫлыҡта. Һинең кеүек сағымда унда көнөнә ике-өс тапҡыр барып ҡайтыр инем. Икмәкхана, магазин – шул ауылда. Ҡыш атайым эшләп биргән сана менән киләм. Уға әйбер тултырылған тоҡсайҙы, атайым күрһәткәнсә, ныҡ итеп бәйләйем.
— Ҡыш өшөгәнһеңдер ҙә инде, олатай?
— Һе, ундай саҡ та булғандыр. Әсәйем битемә ҡаҙ майы һөртөп ебәрә торғайны.
Эшләп үҫтек. Хәҙерге ҡайһы бер йәштәр кеүек ҡул ҡаушырып йөрөмәнек. Яҙ картуф сәсеүҙән башланһа, йәй еләккә йөрөйбөҙ, файҙалы үләндәр йыйып киптерәбеҙ. Шунан бесән мәле етә. Унан – көҙгө уңышты йыйыу ваҡыты. Картуф эше тамамланғас, ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләүгә тотонаһың. Ағасты арҡыры бысҡы менән бысып, ботап, өй эргәһенә ташыйбыҙ. Атайым ваҡлап яра, мин тигеҙ итеп өйә барам. Ҡыш иһә малға иртә менән сығып бесән һалам, һыу буйына төшөрөп һуғарам. Бына шулай, улым, гел хәрәкәттә булдыҡ. Һөҙөмтәлә, хәҙерге ҡайһы бер балалар кеүек, аҙыҡ һайлап ултырманыҡ. Емереп эшләнек тә, ашаныҡ та.
Көнө буйы саф һауала йөрөгәс, ауырыуҙың нимә икәнен дә белмәнек. Ә хәҙер… Һеҙгә ҡунаҡҡа барғанда күрҙем: бәғзеләр бер туҡталыш араны ла йәйәү йөрөмәй, ҡыҫыла-төртөлә автобусҡа ултыра…
Һәр һүҙҙе иғтибар менән тыңлаған Алмас үҙен бер башҡа үҫеп киткәндәй тойҙо. Олатаһы бәйән иткәнсә, ана, ата-бабаларыбыҙ ҡайһылай мул тормошта йәшәгән! Көтөү-көтөү мал аҫрағандар, һунарсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр… “Ҡаҙаныңа ни һалһаң, ҡалағыңда шул сығыр” тигән мәҡәлде онотма, ти бит олатаһы ла. “Улы барҙың ҡулы бар”, – тип тә йыш ҡабатлай.
…Йәшәүгә көс өҫтәгән йәйге өс ай үтеп тә китте. Ҡояшта янып, һыу инеп, файҙалы ризыҡ менән туҡланып, саф һауа һулап, ҙурайып киткән ҡәҙерлеләрен иламһырап оҙатты өләсәй менән олатай. Сорғотҡа ҡайтҡас, Алмас шунда уҡ олатаһына шылтыратты: “Һөйләгәндәрең иҫемдән сыҡмай, олатай. Көн дә иртән зарядка эшләй, эргәләге мәктәп майҙансығында йүгерә башларға ҡарар иттем. Урамда күберәк йәйәү йөрөйәсәкмен. Магазинға аҙыҡ-түлек алырға ла үҙем барырмын. Һөйләшеп ҡуйҙыҡ инде: дүртебеҙгә лә саңғы аласаҡбыҙ. Һеҙҙең кеүек, ауырыуҙың ни икәнен дә белмәҫбеҙ. Бына күр ҙә тор, олатай!”
Әнүзә ЙОМАҒОЛОВА,
ветеран-уҡытыусы.