Әҙип фатихаһын бирҙе26.01.2016
Әҙип фатихаһын бирҙе Билдәле яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин менән осрашыу үтте. Ҡунаҡҡа шулай уҡ Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Солтанова ла килгәйне.

Уҡыусылар сараға бик ентекле әҙерләнде. Ноғман ағайҙың китаптарынан матур күргәҙмә ойошторолдо. Уҡыусыларҙың сығышы һәр кемдең күңеленә хуш килде. “Һеҙ үҙегеҙҙең йәшәү дәүерендә ауылдаштарығыҙҙы, башҡорт халҡын тәрән йөкмәткеле әҫәрҙәрегеҙ менән шатландырып, ҡыуандырып тораһығыҙ. Һеҙҙең ижад беҙгә ҡанат ҡуя, йөрәктәргә дәрт, көс өҫтәй, тормош үренә саҡыра”, – тип өндәште улар яҙыусыға. Балалар “Ҡоралай” хикәйәһенән өҙөктәр ҙә сәхнәләштереп күр­һәтте. Рөстәм Ҡунаҡбаев менән Асҡар Шәрипов үҙ ролдәрен бигерәк тә оҫта башҡарҙы. Ә Зилә Йосопованың “Рәсем яһайым”, Лиана Вәлиеваның “Ҡурай” бейеүҙәре, “Шатлыҡ” ансамбле малайҙарының “Думбырам”, ҡыҙҙарҙың “Бәхет өсөн” һәм дә “Һандуғас” вокаль ансамбле башҡарыуындағы йырҙарын ҡунаҡтар алҡыштарға күмде. Тиҙҙән ижади һынау тотасаҡ “Һандуғас” ансамбле тураһында Ноғман Мусин менән Мәрйәм Солтанованың юғары баһалары, йылы һүҙҙәре бигерәк тә урынлы булды. “Үҙебеҙҙең ауылда, һис шикһеҙ, халыҡ ансамбле булырға тейеш!” – тигән фекерен еткерҙе аҡһаҡал.
Ноғман ағай нисек романдар, повестар яҙыуын, ауылдаштары тураһында илһамланып һөйләне. Балаларҙың һорауҙарына ла ихлас яуап бирҙе. Осрашыу аҙағында ҡолғоналар арҙаҡлы яҡташтары менән иҫтәлеккә фотоға төштө.
Был йәнле осрашыуҙы үткә­реүҙә ярҙам иткән уҡытыу­сыларыбыҙ Зәкиә Мостафина, Альбина Хәйруллина, Эльвира Мусина, Рәмзиә Ҡолдәүләтова, Әлиә Шәрипова, Лилиә Суфиева­ға, ауыл биләмәһе, китапхана, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт еткерәм.

Гөлсинә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА,
Ҡолғона ауылы мәҙәниәт йорто мөдире.




Вернуться назад