Урланған бала саҡ26.01.2016
Көҙҙөң һалҡын, шыҡһыҙ көндәренең береһе. Тәбиғәт йәмле йәйҙең үткәненә һәм һалҡын ҡыштың яҡынлашыуына болоҡһоп, күңелһеҙләнеп торған төҫлө. Лилиә, күҙҙәрен тәҙрәнән алмай, бер туҡтауһыҙ ҡарай ҙа ҡарай. Ул һаман да өмөтләнеп әсәһен көтә. Әсәһе Сәкинә бына-бына ҡайтып инер төҫлө. Бәлки, ул тиклем көтмәҫ тә ине, ләкин уларҙың кисәнән бирле тәғәм ризыҡ ҡапҡандары юҡ. Асыҡҡан ҡустыһы менән бәләкәй һеңлеһен йәлләп, кисә күршеләрҙән икмәк менән картуф алып сыҡҡайны ла, тик уны шундуҡ ашап бөттөләр. Бигерәк тә бәләкәй һеңлеһе Ангелина йәл Лилиәгә, нисәнсе көн инде һөт һорап илай бит ул.

Әсә кеше өс көн элек бер әхирәте менән ике шешә араҡыны йырлай-йырлай эсте лә тағы эҙләнеп сығып китте. Бөгөнгәсә уның ҡайтып кергәне юҡ. Бәлки, бөгөн ҡайтһа, аҙыҡ-түлек алырға аҡса бирер, туғандарынан һөтөн дә, икмәген дә килтерер ине...
Лилиә үҙе лә, өйҙә булған барлы-юҡлы аҡсаны йыйып, көн дә икмәк һатып ала торғайны, әле иһә бер тин ҡалмаған.
Ҡыҙыҡай өмөт тулы күҙҙәре менән тәҙрәгә ҡараны һәм урам буйлап алпан-толпан атлап ҡайтып килгән Дамир ағаһын күрҙе. Уның бында йәшәгәненә бер нисә ай ғына. Әсәһе, Лилиәнең атаһы менән айыры­лышҡас, әллә күпме иргә барып йәшәп ҡараны. Ләкин үҙе кеүек эсергә яратҡандар менән ярты йылдан да артыҡ тора алманы. Эргәләрендә йүгереп йөрөгән балаларға ла иғтибар бирмәй, ни генә ҡыланмайҙар, нисек кенә һуғышмайҙар ине. Эсеп һүҙ көрәштерә башлаған әсәләренән һәм уның иренән ҡурҡып, балалар тегендә-бында ҡасып бөтә торғайны. Донъяның бар матурлығын, йәшәү рәүешен тик араҡыла күреп, хәмер ҡолона әйләнгән был ҡатын менән ирҙәрҙе бер нәмә лә ҡыҙыҡ­һын­дырмай ине. Шулай араҡы эҙләп сығып киткән көндәрҙең береһендә әсәһе үҙе менән эйәртеп Дамирҙы алып ҡайтты. Үҙҙәренсә донъяларын түңәрәкләп йәшәнеләр: көнө-төнө эсеү, иртә таңдан баш йүнәтеүҙәр, эҙләнеүҙәр...
Бына әле лә иҫереп алған Дамир өйгә килеп инеү менән ишек төбөндә торған биҙрәне тибеп осорҙо ла һүгенә-һүгенә түргә уҙҙы. Аларған күҙҙәре менән Лилиәгә һөҙөп ҡарағас, ашарға таптыра башланы. Ҡурҡы­шынан ҡалтыранған ҡыҙыҡай өйҙә тәғәм ризыҡ юҡлығын аңлатырға тырышты, ләкин араҡы менән аңы томаланған ир оятһыҙ итеп һүгенеп, уны сәсенән урап тотоп алды һәм төпкө бүлмәгә һөйрәтеп тигәндәй индереп, иҫке диванға ырғытты. Апаларын йәлләп илаған бәләкәстәргә ажғырҙы ла, бүлмә ишегенең элмәген эләктерҙе. Диванда ҡуҙғалырға ла ҡурҡып ятҡан ҡыҙға ҡаш аҫтынан ҡарай-ҡарай салбарының ҡайышын ысҡындыра башланы. Эштең ниҙә икәнлеген аңлағас, Лилиә тиҙ генә урынынан һикереп тороп: “Дамир ағай, сығар мине был бүлмәнән, хәҙер мин ашарға берәй нәмә табып килтерәм”, – тип ялбарҙы. Ир йоҙроғо менән уның яңағына килтереп һуҡты һәм иҙәнгә йығылған ҡыҙҙы сисендерергә кереште. Ҡаты һуғыуҙан аңын юғалтҡан Лилиә бер ниндәй ҡаршылыҡ күрһәтә алманы. Ҡустыһы менән һеңлеһе, апаларына нисек тә ярҙам итергә белмәй, илай-илай бәләкәй устары менән ишекте дөмбәҫләне...
Нәфсеһен ҡандырған ир йоҡлап китте, ә ауыртыуҙан, мәсхәрәләнеүҙән хәле ҡалмаған, ҡанға батҡан Лилиә йәш тулы күҙҙәрен мөлдөрәтеп тәҙрәгә ҡараны ла, илауҙан ярһып бөткән бәләкәстәрҙе тынысландырыр өсөн ишектең келәһен ысҡындырып, туғандары янына сыҡты.
...Әсәләре икенсе көнгә генә ҡайтып керҙе. Иҫерек. Балаларына һүҙ ҙә ҡушмай, бер ни ҙә һорамай, йоҡларға ятты. Ҡыҙыҡайҙың үҙе менән булған хәлде уҡытыусыһына һөйләүҙән башҡа сараһы ҡалманы.
Күпмелер ваҡыт үткәс, суд булды. Дамирҙы иркенән мәхрүм итеп, төрмәгә ултырттылар. Лилиәне һәм туғандарын балалар йортона урынлаштырҙылар. Ә әсәләре һаман эсеүен ташламай, “йәшел йылан” менән дуҫлығын дауам итте.
“Ир кеше эсһә, ярты өй яна, ҡатын эсһә, бөтә өй яна” тигәндәре дөрөҫтөр инде. Ир ҙә, ҡатын да эсһә, тормоштоң мәғәнәһен юғалталар. Уларға араҡынан башҡа бер ни кәрәкмәй. Ундай кешеләр донъялағы иң ҡәҙерле кешеләрен – балаларын – онота һәм юғалта. “Кешеләр, туҡтағыҙ!” – тип өндәшке килә. Рюмкаларҙы күтәрер алдынан, зинһар өсөн, үҙегеҙгә мөлдөрәп баҡҡан балаларығыҙҙы иҫкә төшөрөгөҙ, уларҙың бәхетен аяҡ аҫтына һалып тапамағыҙ, яҡты киләсәктәрен нурһыҙ ҡалдырмағыҙ!






Вернуться назад