Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ26.01.2016
– Яҙҙан ҡош-ҡорт аҫрауға тотонорға йыйынабыҙ. Белеүебеҙсә, ул – табышлы ғына тармаҡ. Туғандар иһә башҡаһын тылҡый. Йәнәһе, аҙыҡҡа киткән сығымды һалһаң, йомортҡа менән тауыҡ, өйрәк, күркә итен магазиндан һатып алғаның мең артыҡ. Һеҙ ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?

Хәсәновтар ғаиләһе.
Өфө районы.


– Уйлағанығыҙҙы эшләгеҙ. Ҡыҙыу сағында һуҡмаһаң, тимер ҙә оҫта ҡулында теләгән сүрәтенә инмәй.
Ҡош-ҡорт аҫрау үҙегеҙгә лә, балаларығыҙға ла шатлыҡ-һөйөнөс килтерер. Табыштан да бигерәк, ҡайһы саҡ шуныһы мөһим бит. Америка менән Европа илдәрендә былай тиҙәр: “Ҡоштоң бар нәмәһен дә файҙаланалар. Әтәстең ҡысҡырыуынан башҡа...” Ә беҙ иһә: “Әтәс кикирикүген дә файҙаланабыҙ. Шуның менән торабыҙ...” – тибеҙ.
Ысынлап та, ҡош тотоу күп нәмә бирә. Мәҫәлән, бер тауыҡ бер кешенең ихтыяжын йомортҡа менән тәьмин итә ала. Унан 60–70 себеш сығарып була. Иткә әйләндерһәң, йылына 200 килограмм алырға мөмкин. Был инде өс кешенән торған ғаиләгә йыллыҡ ризыҡ тигән һүҙ.
Ҡош-ҡорттоң себеш, бәпкәләре башҡа малға ҡарағанда тиҙ үҫә. Әйтәйек, 40 грамлы себеш ике айҙа 2,3-2,5 килограмға етеүсән. Бер тәүлеклек өйрәк бәпкәһе 50 грамм булһа, ике-өс айҙа өс килоға тиклем тарта. Был инде ошо осорға себеш, бәпкәләр 40 – 50 тапҡырға артҡан тигән һүҙ! Әгәр ҙә быҙау шулай үҫһә, ул 1,5 – 2 тоннаға тиклем етер ине. Асылда был осорға быҙауҙың ауырлығы 70 – 80 килоға ла етмәй.
Ҡоштар бик тиҙ генә теләһә ниндәй һауа шарттарына яраҡлаша ала. Аҙыҡ төрләмәй. Шунан уйлап ҡарағыҙ инде: һеҙгә күңел тойомлоғо дөрөҫ әйтәме, әллә мәшәҡәттән арындырырға теләгән туғандарығыҙмы?! Отош­ломо, тигәндән, эйе, бөгөн ныҡ табышлы: бигерәк тә импортты үҙебеҙҙең аҙыҡ менән алмаштырыу барғанда.


Вернуться назад