Ҡурҡаҡмы?26.01.2016
Дөйәғошто, дошманынан ҡурҡып, башын ҡомға йәшерә, тип һөйләйҙәр. Ҡурҡаҡ кешеләрҙе уға тиңләп тә ҡуялар. Ә ысынында иһә был – буш һүҙ. Дөйәғош башын ҡомға... таҙарыныу өсөн тыға.
Эҫе ҡомда уның башындағы паразит бөжәктәр үлеп бөтә, һис юғы – ҡаса. Был ҙур ҡош үҙенең муйынын, түшен дә шулай таҙарта. Күпселек ҡоштар кеүек, ул таҙарынып тороуҙы хуп күрә. Шуға ла йыш ҡына үҙен эҫе ҡом менән ҡойондороп алырға ярата. Эшен башҡарыр алдынан ҡанаттары менән ҡомдо күпертеп ала.