Тынысланыр осор түгел26.01.2016
Тынысланыр осор түгелҠыш көнө лә баҡсасыға тынысланырға урын юҡ. Емеш ағастарын, еләк үҫентеләрен туңдырмау, һаҡлап ҡалыу хәстәрен күреү мөһим. Был осорҙа ҡар тотоу, ҡыуаҡтарҙы, ағас олондарын ҡар менән күмеү – төп эштәрҙең береһе. Ләкин шуныһын да оноторға ярамай: епшек көндәрҙә ботаҡтарҙы ҡар һырып, һыныу ҡурҡынысы тыуа.
Ғинуар аҙағы – февраль айында ағасҡа сысҡандар зыян килтерә. Шуға ла ағас олоно тирәһен тапап, ҡарҙы тығыҙлап торорға кәрәк. Ҡуяндар ҙа тик ятмай. Ҡар өйөмдәре өҫтөнән юғарылағы йәш ботаҡтарҙы кимерә. Уларҙы өркөтөү өсөн төрлө шалтырауыҡлы әйберҙәр аҫыла, креолин һеңдерелгән сепрәк бәйләнә.
Көндәр йылыға тарта башлағас та ҡоротҡостар ояһын, ҡарышлауыҡтарҙы ағас ботаҡтарынан йыйып юҡ итәләр. Сыбыҡсалар ялғау башлана. Төрлө ауырыуҙарға ҡаршы химикаттар, минераль ашламалар туплау хәстәрлеген күреү мөһим. Баҡса ҡорамалдарын да әҙерләү өсөн ҡулайлы ваҡыт.


Вернуться назад