Кемдең күсе дәррәү үрсей?26.01.2016
Кемдең күсе  дәррәү үрсей? Ҡыш бал ҡорттары сағыштырмаса тыныс була, уларҙа матдәләр алмашыныуы аҡрын бара һәм аҙыҡ аҙ тотонола. Быны ҡышҡы осорҙа күскә уҡмашып йәшәүҙәре менән аңлаталар. Һауа температураһы уртаса 10 градусҡа еткәс, улар өйкөмгә уҡмаша башлай. Ҡорт күсе төндә йәки һыуыҡ көндәрҙә хасил була, ә йылы ваҡытта тарала.

Тотороҡло һалҡындар башланғас ҡына, умарталарҙа даими ҡорт йомғағы хасил була, улар уңайлы шарттарҙа ҡышлатыу аҙағына тиклем һаҡлана. Ҡорт күсе шулай урынлаша: уның өҫкө өлөшө – кәрәҙҙәге емдә, ә урта һәм түбәнге өлөшө буш кәрәҙҙә ҡала. Ҡорт йомғағы (тумалаҡ) тәүҙә умартаның алғы өлөшөндә кейәгә яҡын урынлашһа, һуңынан ул яйлап умартаның түбәһенә һәм артҡы өлөшөнә табан хәрәкәт итә. Был осраҡта тумалаҡтың (йомғаҡтың) өҫкө һәм артҡы өлөшө кәрәҙҙәге емдә, ә ҡалғаны буш кәрәҙҙә ҡала. Шулай итеп, тумалаҡтың юлы (ҡорттарҙың хәрәкәте) кәрәҙҙәге балдың аҡрынлап кәмеүенә бәйләнгән. Ҡорт юлында ем бөтһә, күс астан үлә. Шуға күрә лә ҡышҡылыҡҡа һәр кәрәҙҙә кәмендә ике килограмм бал ҡалдырырға кәрәк.
Һауа температураһы тумалаҡтың уртаһында 30 градус самаһы, ә тирә-яғында 10 градустан кәм булмай. Айырым ҡорттоң температураһы йомғаҡтың ҡайһы өлөшөндә булыуына бәйләнгән. Өйкөмдөң уртаһында саҡта уның температураһы 36 градусҡа етһә, ситендә булғанда иһә 18 градус тәшкил итә. Ғөмүмән, айырым бал ҡортоноң температураһы 18 градус­тан түбән төшмәй һәм 36 градустан юғары булмай.
Бал ҡорто ғаиләһе бала тәрбиәләгән осорҙа ояла 35 градус була. Баҙҙа һауа һалҡынайһа, ҡорттарҙың күбеһе буш кәрәҙ күҙәнәктәренә инеп урынлаша, ә ҡалғандары, бер-береһенә һыйынып, тумалаҡтың ҙурлығын кәметә. Был осраҡта йомғаҡтың ҙурлығы кәмей, һәм тумалаҡ эсендәге йылылыҡ яҡшы һаҡлана.
Көслө бал ҡорто ғаиләләренә был йылылыҡты һаҡлауы еңелерәккә тура килә. Шуның өсөн дә ҡышҡы осорҙа көслө ғаиләләрҙәге һәр бал ҡорто аҙыраҡ аҙыҡ тотона, улар ҡышлап сыҡҡас та оҙағыраҡ йәшәй. Баҙҙа һауа йылынһа, өйөр ҙурая, һәм айырым ҡорттарҙың хәрәкәте көсәйә.
Күстең уртаһында һауалағы айырым газдарҙың күләме лә ныҡ үҙгәрә. Яҡшы ҡышлаған ҡорт ғаиләһенең уртаһында углекислоталы газдың күләме 3-4 процентҡа күтәрелә, ә кислород күләме 18 процентҡа тиклем кәмей (саф һауала кислород – 21, ә углекислоталы газ 0,03 процент самаһы тәшкил итә).
Ояла газдың артыуы бал ҡортоноң ғүмерен оҙайта, был осраҡта уның хәрәкәте кәмей, матдәләр алмашыныуы аҡрынайыу сәбәпле, емде аҙ тотона. Бындай шарттарҙа бал ҡорттарының күбеһе (бигерәк тә кәрәҙ күҙәнәктәренә инеп урынлашҡандары) биш-алты көн бер урында тыныс ҡала. Шулай ҙа күс эсендә айырым ҡорттарҙың хәрәкәтен күҙәтергә мөмкин. Уның ситендәге өшөгән ҡорттар – йомғаҡтың уртаһына, ә уртаһында­ғылары тышҡы ҡатына сығып урынлаша. Асыҡҡан бал ҡорттары кәрәҙҙең баллы өлөшөнә табан хәрәкәт итә. Уларҙың йомғаҡ эсендә былай күсеп йөрөүе бик аҡрын бара. Ҡайһы бер бал ҡорттары төркөмдөң уртаһынан ситенә тиклем араны (10–15 сантиметр) бер сәғәттә үтә.
Шулай итеп, тыштан ҡарағанда тыныс ҡына торған бал ҡорто йомғағы кәрәҙҙәр өҫтөндә бик ҡатмарлы хәрәкәттә була.
Бал ҡорто ғаиләһенең ҡышлау шарттарын боҙған сәбәптәр (бинаның һыуыныуы һәм артыҡ йылыныуы, сысҡандарҙың булыуы, тыштан бинаға яҡтылыҡ үтеп инеүе, киҫкен тауыш, еҫ һәм башҡалар) күстең хәрә­кәтен көсәйтә, аҙыҡ тотоноуҙы арттыра, һәр ҡорттоң ғүмерен ҡыҫ­ҡарта. Быны яҡшы аңла­ған тәжрибәле умар­тасыларҙың күстәре йылдың-йылы яҡшы ҡышлай һәм яҙын дәр­рәү үрсей.

И. Шафиҡовтың “Бал ҡортоноң наҙы бар” китабынан.


Вернуться назад