Кәртә тулы малың булһын26.01.2016
Кәртә тулы малың булһын ­Үгеҙ булған көтөүҙә ирекле йөрөгән һау-сәләмәт һыйырҙың ҡыҫыр ҡалыуы икеле. Шулай ҙа уны билдәләп була.

Быуаҙлығын
нисек белергә?


– Стаканға таҙа һыу ҡойоп, уға бер-ике тамсы яңы һауылған һөт тамыҙалар. Һыйыр быуаҙ булһа, һөт тамсылары төпкә төшәсәк, ә инде ҡыҫыр булһа, һыу эсендә тигеҙ тараласаҡ. Был ысул, әлбиттә, йөҙ процентҡа ышаныслы түгел. Шулай ҙа ошолай итеп малды бер ай эсендә тикшереп ҡарарға мөмкин.
– Ҡасҡандан һуң ике ай үткәс, елен уртаһынараҡ (башта бер аҙ һауғас) 10 – 15 миллилитр һөт алып, бер-өс сәғәт тирәһе тоталар. Был арала һыу ҡайнатып, уны 40 градусҡа тиклем һыуыталар. Шул һыуҙы стаканға яртыһынан күберәк ҡоялар ҙа әҙерләнгән һөттө тамыҙалар.
Быуаҙ һыйыр һөтө 20 – 30 минуттан томан һымаҡ стакан төбөнә ултыра, ә ҡыҫырҙыҡы тигеҙ генә буталып, һыуҙы аҡһыл төҫкә әйләндерә.
– Һыйырҙың быҙауы уң яғында ята. Бер нисә ай үткәс, яралғы ауырая. Шул осорҙа малдың уң ҡорһағына төртөп ҡарап та белергә була.
– Тәүге ике айҙан һуң, быҙаулыҡты ректаль тикшереп тә беләләр. Әммә быны ветеринария белгесе башҡарырға тейеш.

Быҙауларға әҙерләү

Күпселек һыйыр малы ҡышҡы осорҙа быҙаулай, ул саҡта үрсем көр, һау-сәләмәт була. Ике ай ҡалғас, һауыуҙан туҡтатырға кәрәк. Әммә ҡапыл һыуалтырға ярамай. Тәүҙә көнөнә бер, унан көн аша һауып, яйлап туҡтатыу мөһим.
Сәләмәт быҙау алыу өсөн һыйырҙы тейешенсә ашатырға кәрәк. Һуңғы ике айҙа яралғының ауырлығы 25 – 40 килограмға етә. Был осорҙа малдың төп аҙығы сифатлы йәшел бесән, тамыраҙыҡтар, ҡатнаш аҙыҡ булғанда яралғы бөтә кәрәкле матдәләр менән тәьмин ителә. Арпа һаламы ла файҙалы, сөнки уның туҡлыҡлығы ҡылған бесәненә тиң. Эргәһендә даими яларлыҡ тоҙ һәм аҡбур булһын, йылы һыу бирергә кәрәк. Һыуыҡ һыу эскән мал уны йылытыу өсөн өҫтәмә көс түгә һәм ашаған аҙыҡтың күпмелер өлөшө бушҡа сарыф ителә. Шулай уҡ һалҡын һыу малдың сәләмәтлеген дә ҡаҡшата, хатта етлекмәгән быҙау килтереүе ихтимал.
Һыйырҙың быуаҙ осоро туғыҙ ай дауам итә. Уның ҡасҡан көнөн белеп, быҙаулар мәлен алдан билдәләп ҡуйыу һәйбәт. Аҙна-ун көн ҡалғас, һутлы аҙыҡ һәм ҡатнаш аҙыҡ биреүҙе туҡтатырға кәрәк, ә ике-өс көн алдан айырым кәртәгә ҡуйып, аҫтына ҡоро һалам түшәү мотлаҡ, үтәнән-үтә ел өрмәһен.
Һыйырҙың тынысһыҙланып, йыш ята-тороуы, артына ҡарауы һәм мөңрәүе быҙаулау ваҡыты еткәнен аңлата. Уға ҡамасауламаҫҡа, бары тик арты менән стенаға яҡын ятмаһын тип күҙәтергә генә кәрәк. Юғиһә быҙауын имгәтеүе бар. Игеҙ быҙау көтөлгәндә, быҙау арты менән килгәндә, мороно килеп сыҡҡанда, яралғы ҡыуығы тишелмәгән булһа, тиҙ генә уны ҡайсы менән киҫеп ебәрегеҙ. Быҙаулау ваҡыты һуҙылғанда, бер тәүлектә сыуын һалыу күҙәтелмәһә, мал табибын саҡыртырға кәрәк. Быҙаулағас та, һыйырға тоҙло һыу эсереп, сыуынын ашап ҡуймаһын өсөн ҡарап торорға кәрәк.

Үҫтереү

Тышта ҡыш. Һыйырыбыҙ быҙауланы. Яңы тыуған мал тәненең йылылығын әлегә бер кимәлдә тота белмәй. Шуға күрә төрлө ауырыуҙарға тиҙ бирешеүсән.
Быҙауҙы тәүҙә сепрәк турпышаға ҡабул итергә һәм, ауыҙ-моронон таҙа сепрәк менән һөртөп, шайыҡтан ҡороторға кәрәк. Кендеген 10 – 15 сантиметр оҙонлоғонда киҫеп, йод менән эшкәртәләр. Быҙауҙы ялатыр өсөн һыйырҙың алдына һалалар. Улай иткәндә, тәне тиҙ кибә, ҡан йөрөшө әүҙемләшә. Шулай уҡ шайығы һыйырҙың сыуын һалыуын еңеләйтә.
Ыуыҙ һөтө – быҙау өсөн алыш­тырғыһыҙ аҙыҡ. Уның составында кәрәкле бөтә витаминдар бар. Туҡлыҡлы, шул уҡ ваҡытта төрлө ауырыуҙарға ҡаршы торорға ярҙам итә. Бер сәғәттән һуң быҙауҙы имеҙергә йә һөтөн һауып эсерергә була. Тәүге өс көндә имеҙеү бик файҙалы: ыуыҙҙы шыйыҡлап йота, тиҙерәк үҙләштерә, ашҡаҙанды эшләтеп, эс китмәүенә булышлыҡ итә. Һөт имеҙеү өсөн махсус һауыт тоталар. Ә һөттө биҙрәнән эскән саҡта, шайыҡ менән ҡушылып, эшкәртеп өлгөрмәй һәм ашҡаҙанда төйөрсөктәр барлыҡҡа килә. Быҙау ас була, эсе китә.
Тәүге аҙна-ун көндә өс тапҡыр эсерергә кәрәк. Яңы ғына һауылған (35-37 градус) ыуыҙ һөтө эсереү яҡшы. Әгәр һыуынып өлгөрһә, әҙерәк йылытып алығыҙ. Быҙау үҙе эсә белмәһә, өйрәтегеҙ: ҡулығыҙҙы йыуып, таҙа бармағығыҙҙы ҡаптырығыҙ һәм ауыҙынан алмай ғына моронон һөткә тығығыҙ. Имә башлағас та, бармағығыҙҙы тартып алығыҙ. Быҙау эсеүен дауам итер. Был алымды тик беренсе көндәрҙә генә ҡулланыу мөһим.
30 – 40 көн дауамында айыртылмаған һөттө көнөнә өс тапҡыр эсереү фарыз. Шунан һуң әҙләп айыртҡан һөт тә ҡушыла, 12-13 көндән инде бөтөнләй сепарат һөтөнә күсерелә. Ике аҙнанан ашҡаҙан үҫемлек аҙыҡтарын эшкәртеүгә ҡулайлаша. Ошо ваҡыттан быҙауға йомшаҡ йәшел бесән, һыу бирергә була. Быҙауҙы ҡалын итеп һалам түшәлгән ҡоро, елһеҙ урында тоторға кәрәк. Был уға тән йылылығын һаҡларға ярҙам итә.

Сыуын һалыу тотҡарланһа

Һыйыр быҙаулағас та, тоҙ һалып, йылы һыу эсерергә кәрәк. Был иһә сыуын һалыуҙы тиҙләтергә ярҙам итә. Һалыу ваҡыты – 8-10 сәғәт. Әгәр 12 сәғәттән һуң да һалмай икән, борсолорға урын бар.
Тотҡарланыуы күп һыйырҙарҙа була. Уның сәбәптәре лә байтаҡ. Мәҫәлән, мал ябыҡ булһа, быуаҙ ваҡытында төрлө витаминдар, минераль тоҙ, микроэлементтар (кобальт, йод) етешмәһә, күберәк бәйҙә тороп, сығып йөрөй алмаһа. Ветеринария ҡағиҙәһе буйынса һыйыр малы көнөнә ике километр юл үтергә тейеш. Етмәһә, игеҙәк быҙау килтергән һыйырҙарҙа сыуын һалыуҙың тотҡарлығы йышыраҡ була. Быуаҙ саҡта инәлектең берәй сиргә дусар булыуы ла ихтимал.
Быҙаулағандан һуң һыйыр ныҡ көсөргәнә, бөгөлә. Әгәр бер тәүлектә сыуын һалмаһа, сепсис ауырыуы башлана, температураһы күтәрелә, аппетиты юғала, ашҡаҙандың эшләүенә лә кире тәьҫир итә. Һөтө лә ҡырҡа кәмей. Малды һауыҡтырып, тиҙерәк сыуын һалдырыр өсөн иртәле-кисле яртышар сәғәт йөрөтөп алыу ҙа файҙалы. Әгәр сыуыны оҙон булып һөйрәлә икән, артҡы аяҡтарына теймәһен өсөн бер-ике урындан төйнәп ҡуйыу мөһим. Һалыу оҙаҡҡа һуҙылһа, ветеринарға мөрәжәғәт итегеҙ.

Вәсил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
ветеринар.







Вернуться назад