Электрон вариант туплана26.01.2016
“Электрон мәктәп” проектын (I – XI кластарҙа барлыҡ дәрестәр электрон ресурста тупланасаҡ) булдырыуҙың тәүге этабына 450 миллион һум самаһы аҡса тотоноласаҡ.
“Эште атҡарыу өсөн айырым предметтар буйынса уҡытыусылар билдәләнде, тәжрибә дәрестәре әҙерләнде, – тип белдерҙе министр Дмитрий Ливанов. – Проектты төҙөү ике-өс йылға иҫәпләнгән. Ағымдағы йыл аҙағына ҡайһы бер предметтар буйынса электрон дәрес өлгөләре әҙер буласаҡ”.