Үҙебеҙҙекеләрҙе ҡеүәтләп26.01.2016
Рәсәй Хөкүмәте тарафынан быйыл мәктәп формаһы сығарған еңел сәнәғәт предприятиеларына 600 миллион һум аҡса бүленәсәк.

“Башланғыстың маҡсаты ватан етеште­реүселәрен ҡеүәтләүгә йүнәлтелә, – тип белдергән илдең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров. – Вәғәҙә ителгән 600 миллион һум – бюджетҡа һалынғанға өҫтәмә аҡса”.
Әйткәндәй, “еңел сәнәғәт предприятиеларын бәләкәй һәм урта бизнес категорияһына индереү дөрөҫ түгел” тигән тәҡдим өйрәнелә. Критерий үҙгәртелһә, был ойошмаларға федераль дәүләт корпорацияларынан кредит алып, эшмәкәрлеген киңәйтеү мөмкинлеге асыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта еңел сәнәғәт предприятиеларына субсидия бүлеү мәсьәләһе лә ҡарала. Был хаҡта быйылғы федераль бюджет тураһындағы кәңәшмәлә белдерелде.


Вернуться назад