Нормативты үтәй алмаһаң...26.01.2016
“Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙермен” комплексы (ГТО) тестарын үтәү һөҙөмтәһенең физкультураның айырым бүлексәләрен үҙләштереүгә тиңләнеүе ихтимал.

Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан төбәктәргә ошоға ярашлы методик белешмәләр ебәрелгән. “ГТО нормативтарын алтын, көмөш йә бронза билдәләргә үтәгән уҡыусыға физкультура буйынса “бишле” ҡуйырға мөмкин буласаҡ”, – тип белдерелә ведомствоның сайтында. Унда әйтелеүенсә, баланың һаулыҡ мөмкинлеге иғтибар үҙәгендә тотолорға тейеш. Нормативтарҙы үтәй алмау физкультуранан насар баһа ҡуйыуға нигеҙ түгел.


Вернуться назад