Ҡағыҙ мәшәҡәте аҙайыр26.01.2016
Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан уҡытыусыларҙы төрлө отчет документтарын тултырыуҙан азат итәсәк махсус программа эшләнде. Ул илдең бер нисә төбәгендә һынау үтә.
“Заман уҡытыусыһы документтар тултырыу эшенә егелде, – тип белдерҙе мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Наталья Третьяк. – Был уны төп хеҙмәтенән – уҡытыуҙан – ситләштерә. Мәктәптәрҙе ҡағыҙ мәшәҡәтенән азат итеү маҡсатында беҙҙең тарафтан мәғлүмәти тауар әҙерләнде. Программаға ярашлы, уҡыу йортоноң сайтын эшләп, унда мәғлүмәттәрҙе туплай барыу мөмкинлеге асыла. Был проект илдең бер нисә төбәгендә тормошҡа ашырыла башланы”.