Ата-әсә риза булырмы?26.01.2016
Белем биреү хеҙмәте күрһәтеү тураһындағы килешеүгә мәктәптә Интернетҡа инеү өсөн шәхси гаджеттарҙы ҡулланыуҙы тыйыуҙы өҫтәргә кәрәк. Бындай сара балаларҙы хәүефле мәғлүмәттәрҙән һаҡлаясаҡ, тип белдерҙе Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов.

Уның фекеренсә, әгәр ата-әсә бының менән риза түгел икән, уҡытыусы ошо йәһәттән булыуы ихтимал кире эҙемтәләргә яуап бир­мәйәсәк. Был хаҡта килешеүгә айырым пункт индереү зарур.
“Былтырғы һуңғы биш ай һөҙөмтәләрен генә иҫәпкә алғанда, Интернетта бала өсөн хәүефле 283 кире мәғлүмәт табылды. Әле был мәсьәлә Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығында тикшерелә”, – тип белдерҙе Павел Астахов.


Вернуться назад