Ваҡыт һанаулы26.01.2016
Быйылғы Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыу өсөн ғариза 1 февралгә тиклем ҡабул ителә. Быйылғы Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыу өсөн ғариза 1 февралгә тиклем ҡабул ителә.

Унда һынау тотасаҡ предметтарҙың исемлеге, дәүләт аттестацияһын үтеү ваҡыты (ваҡытынан алда йәки төп осор) күрһәтелә. Математиканан БДИ, былтыр башланғанса, базалы һәм профилле кимәлдәргә бүленә. Аттестат алыу өсөн тәүгеһе буйынса кәмендә 3 балл (иң юғарыһы – 5 балл) йыйырға кәрәк. Ә профилле кимәлде күрһәтергә теләгәндәргә (тимәк, улар техник йүнәлешле юғары уҡыу йортона инергә йыйына) 27 һәм унан да юғарыраҡ балл кәрәк.
Урыҫ теле буйынса иһә аттестат алыуға – кәмендә 24, белем алыуҙы артабан ошо йүнәлештә дауам итеү өсөн иң аҙы 36 балл йыйыу мөһим.


Вернуться назад