“Таянырлыҡ ярҙамсыбыҙ”26.01.2016
“Таянырлыҡ ярҙамсыбыҙ” “Совет Башҡортостаны”, “Башҡортостан пионеры”, “Пионер”… Әсә кеше тырыш, аҡыллы ҡыҙының гәзит-журнал уҡырға яратыуына ҡыуанып бөтә алмай. “Телен һөйгәндең рухы кителмәҫ”, – ти ул.

Әсә йөрәге һәр саҡ дөрөҫ һиҙә шул: ҡыҙы Әҡлимә Ибәтуллина бөтөн ғүмерен белем биреүгә арнай. Оло Ҡуғанаҡ мәктәбендә сирек быуатҡа яҡын башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта ул. Бала саҡтағы ҡылығына тоғро: гәзит-журналдан айырылғаны юҡ. Һәр эш көнө баҫмаларҙы ҡарап сығыуҙан башлана, кис тә улар өсөн ваҡыт таба.
– Уҡытыусы өсөн гәзит-журнал мәғлүмәт сығанағы ғына түгел, ә методик яҡтан таянырлыҡ ярҙамсы ла, – ти Әҡ­лимә Рафаэль ҡыҙы. – Яңылыҡ өйрә­нергә булһаң да, фекер алышам тиһәң дә, уларҙы асаһың.
Уҡытыусы 2016 йылдың тәүге ярты­һына туғыҙ башҡорт баҫмаһына яҙылған. Һөҙөмтәлә район хакимиәтенең мәғариф идаралығы һәм урындағы ҡоролтай тарафынан милли гәзит-журнал алдыр­ғандар араһында ойошторолған конкурс­та еңеүсе тип табылған. Ярышта Стәр­летамаҡтың барлыҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары әүҙем ҡат­нашҡан. Бындай матур башланғыстың барлыҡ республикаға таралыуын теләргә генә ҡала.
– Милли гәзит-журналдағы мәҡәлә­ләрҙе дәрестә, класс сәғәттәрендә ҡулланабыҙ, үҙебеҙ ҙә яҙышабыҙ, – ти, мәҫәлән, Преображеновка мәктәбенән Зөлфиә Әбүталипова. Ул конкурста II урынды яулаған.
Дергачевка мәктәбенән Зөлфиә Вәлитова менән Васильевка ауылында быйыл ғына эш башлаған Зәлиә Ильясова иһә гәзит-журналда күберәк йәш быуынға һүҙ биреү, уҡыусылар араһында конкурстарҙы күберәк үткәреү тәҡдимен еткерҙе.









Вернуться назад