Һәр тармаҡ алдынғы ҡарашлы, гелән яңылыҡҡа ынтылған хеҙмәткәре менән бай. Урынды кеше түгел, ә кешене хеҙмәт биҙәй, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Тап шундай уңғандарҙың береһе – Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, тарих фәндәре докторы Рима Сөләймәнова. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, ул СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалындағы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына стажер-тикшеренеүсе итеп алына. Унан Мәскәү аспирантураһын тамамлап, кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Йәш ғалимә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында яңы көс менән эш башлай. Бында бүлек мөдиренән директор урынбаҫарына ҡәҙәр хеҙмәт баҫҡыстарын үтә.
Рима Нөғәмән ҡыҙы, Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтенең тарихын өйрәнеп, шул темаға бер нисә монография, бихисап фәнни мәҡәлә баҫтырҙы. Төбәгебеҙҙәге гүзәл зат вәкилдәренең 1950 – 1990 йылдарҙағы социаль хәленә бағышланған хеҙмәте халыҡ тарафынан айырыуса йылы ҡабул ителде. Ғалимә XX быуат башында Ырымбур һәм Өфө губерналарында буржуаз ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтенең барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше тураһында үҙенсәлекле мәғлүмәт тә табыуға өлгәште. Әлеге тема ике монографияһында сағылыш тапты.
Рима Сөләймәнова республиканың ижтимағи-сәйәси үҫеше тарихына ла ҙур иғтибар бүлә. Мәҫәлән, 1991 йылда донъя күргән “Башҡортостан йәмәғәт ойошмалары хәҙерге этапта: эшмәкәрлектәренең яңы аспекттары” тигән мәҡәләһе шул осорҙа үҙе бер яңылыҡ булды. Яҙмала уҙған быуат аҙағындағы йәмәғәт ойошмаларының хеҙмәтендә сағылыш тапҡан көрсөк билдәләре, яңы ойошмаларҙың барлыҡҡа килеү барышы асып бирелде. Был мәҡәлә – шул осорҙа тарих фәнендә башланған методологик үҙгәреүҙәрҙең күрһәткесе.
Рима Нөғәмән ҡыҙының ғилми етәкселегендә Башҡортостандың яңы тарихына бағышланған ҙур хеҙмәттәр донъя күрҙе: “Башҡортостан тарихы. 1917 – 1990 йылдарҙа” (ике томда), “XX быуатта Башҡортостанда башҡорттар: тарихи очерктар”, “Башҡорт халҡының тарихы”ның VI томы һәм башҡалар. Ғалимә уларҙы яҙыуға ғилми хеҙмәткәрҙәрҙе, аспиранттарҙы ла йәлеп итте. Әлбиттә, бындай ҙур проекттарҙа ҡатнашыу йәштәрҙең үҫеше өсөн ҙур этәргес булды.
Ғалимә тарихи демография мәсьәләләренә лә иғтибар бүлә. Теманың төрлө аспекттары уның етәкселегендә донъя күргән коллектив хеҙмәттәрҙә сағылыш таба. Эшмәкәрлектәге икенсе йүнәлешкә – тарихта айырым шәхестең өлөшө – туҡтап үтәйек. Был темаға бәйле “Башҡортостан XX быуатта. Тарихи портреттар” тип аталған ғилми мәҡәләләр йыйынтығы өс баҫмала донъя күрҙе. Уларҙа республика тарихында тәрән эҙ ҡалдырған күренекле дәүләт эшмәкәрҙәренең, ғалимдарҙың, ҡатын-ҡыҙҙарҙың тормошо сағылыш тапҡан.
Рима Нөғәмән ҡыҙы һәр ваҡыт яңы, әлегә ҡәҙәр файҙаланылмаған материалдар нигеҙендә, алдынғы методологик алымдар ярҙамында эш итә. Архив мәғлүмәттәрен фәнни ҡулланылышҡа индереүгә лә ҙур иғтибар бүлә. Уның етәкселегендә республика тарихының көнүҙәк мәсьәләләренә арналған 12 документтар һәм материалдар йыйынтығы донъя күрҙе. Шуларҙың бер нисәүһен атап китәйек: “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында СССР милли сәйәсәтенең региональ үҙенсәлектәре. Башҡорт АССР-ы”, “Башҡорт халҡының тарихы буйынса документтар һәм материалдар (1941 – 1985)”, “1945 – 1964 йылдарҙа СССР-ҙа халыҡ һәм власть мөнәсәбәттәре мәсьәләһе: Башҡортостан АССР-ы миҫалында” һәм башҡалар.
Һуңғы йылдарға ғына күҙ һалғанда, Рима Нөғәмән ҡыҙының етәкселегендә һәм ҡатнашлығында институттың бүлек хеҙмәткәрҙәре бер нисә коллектив хеҙмәт, 15-ләп монография, 20 документтар һәм фәнни мәҡәләләр йыйынтығы баҫтырған. Шулай уҡ диссертациялар яҡланған, Рәсәй гранттары, программалары ярҙамында ғилми эштәр алып барылған. Ғөмүмән, Рима Нөғәмән ҡыҙы XX быуаттағы Башҡортостан тарихын өйрәнеүгә тос өлөш индерҙе. Әле лә яңы ғилми проекттарҙы тормошҡа ашырыу, китаптар сығарыу маҡсаты менән янып йәшәй.
Шамил ИҪӘНҒОЛОВ,
тарих фәндәре кандидаты.