Төркиә лә яуабын тапты26.01.2016
Ҡыҙыҡ, әммә һуңғы ваҡытта санкцияларҙы хоҡуҡи норма урынына ла күрмәй башланылар. Саҡ ҡына бер-береһенә үпкәләһәләр, тоталар ҙа санкция иғлан итәләр. Бына әле лә АҠШ менән Европа союзы Иранға ҡарата ҡабул ителгән ҡайһы бер сикләүҙәрен ғәмәлдән сығарып та өлгөрмәне, икенсе яңылыҡ — Төркиә Рәсәйгә яуап һүҙен әҙерләгән.
Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, Төркиә Рәсәй металлургтары өсөн 13,66 процентҡа тиклем демпингка ҡар­шы пошлиналар раҫларға йыйына. Был Төркиәнең август айында Рәсәй­ҙән прокат импортына ҡарата билдә­лә­­гән иҫәп-хисабынан байтаҡҡа юға­рыраҡ.
Үткән йомала Төркиәнең иҡтисад министрлығы илгә индерелгән ҡыҙыу прокат импорты буйынса һуңғы тикшереү һөҙөмтәләре менән таныш­тырғас, Рәсәй металлургтарына 13,66 процент демпинг маржаһы раҫланды. Был ғәмәл шулай уҡ Ҡытай, Словакия һәм Япония металлургтарына ла билдәләнгән.
Ғөмүмән, Рәсәй тауары Төркиәгә сығарылған дөйөм ҡыҙыу прокат импортының 19,2 процентын биләй. Был өлөш башҡа илдәрҙең импортынан күпкә юғарыраҡ. Былтыр, мәҫәлән, Рәсәй Төркиәгә 413 миллион долларға 825 мең тонна ҡыҙыу прокат сығарған. Ә Ҡытайҙан индерелгән тауар импорттың 4,3 процентын ғына тәшкил итә, Словакиянан — 5,5 процент.
Төркиәгә ҡарата металлургтарҙың да дәғүәһе юҡ түгел. Әйтәйек, иң эре тәьмин итеүсе “Северсталь” белдере­үенсә, Төркиә сауҙа министрлы­ғының 2015 йылғы ҡарарында демпингтың булмауы хаҡында әйтелә. Ә иҡтисад министрының отчетында иһә “Северсталь”дең үҙҡиммәте башҡа илдәрҙең күрһәткестәре менән алмаштырылған. Был ғәҙел түгел, һәм ҡануниәтте етди боҙоу осрағы булып тора.
Ғөмүмән, методологияның алмашыныуын белгестәр Рәсәй менән Төркиә араһындағы сәйәси һәм иҡтисади мөнәсәбәттәрҙең киҫкенләшеүе менән аңлата. Бөтә бәлә “Су-24” осоусыһына бәйле ваҡиғаларҙан башланды. Һөҙөмтәлә ил Хөкүмәте Төркиәгә ял юлламаларын һатыуҙы туҡтатты, виза режимын ғәмәлдән сығарҙы, ҡайһы бер йәшелсәләргә, емеш-еләккә сикләүҙәр индерҙе, эш биреүселәргә Төркиә граждандарын эшкә алыу тыйылды, Төркиә компаниялары менән килешеүҙәр өҙөлдө... Был осраҡта, бәлки, яуап һүҙенә лә аптырайһы түгелдер.



Вернуться назад