Тегеран иреккә сыҡты26.01.2016
Тегеран иреккә сыҡты: Иранды санкцияларҙан азат иттеләр. АҠШ һәм Европа союзы Иранға ҡарата ҡабул ителгән ҡайһы бер санкцияларҙы ғәмәлдән сығарҙы. Ҡалғандары алдағы һигеҙ йыл дауамында үҙ көсөндә ҡаласаҡ. Әлегә Иранға сит ил банктарында ятҡан 100 миллиард долларын алыу мөмкинлеге асылды һәм көнөнә ярты миллион баррель нефт­те экспортларға рөхсәт ителде.

Ғинуар башында МАГАТЭ етәксеһе Юкиа Амано: “Иран ядро ҡоралы буйынса үҙенә йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәне”, – тип белдерҙе.
Санкцияларҙың бөтөрөлөүе донъя сә­йә­сәтенә йоғонто яһамай ҡалмаясаҡ. Ысынлап та, был яңылыҡ бөтөн донъяны ҡуҙғытты. Иран президенты Хәсән Роу­хани, ил иҡтисады үҫешә башлаясаҡ, тип милләттәштәрен ҡыуандырырға ла өлгөрҙө.
Шул уҡ ваҡытта санкцияларҙың бары тик ядро ҡоралына бәйлеләре генә алын­ға­нын билдәләп үтергә кәрәк. Әйткәндәй, был илдең уран байытыу программаһын Европа союзы 2025 йылға тиклем күҙәтеп барасаҡ. АҠШ-тың да, Европа союзының да Иранға ҡорал һатыу буйынса тыйыуы үҙ көсөндә ҡала. Бынан тыш, санкция исем­легенә 29 кеше һәм 94 ойошма индерелгән.
Иранға ҡарата ыңғай мөнәсәбәт Сәғүд Ғәрәбстанының биржаһында сағылыш тапты ла инде. Һатыу индексы кәм тигәндә 5 процентҡа түбәнәйгән. Ирандың нефть сәнәғәте министры Бижан Намдар Зангане белдереүенсә, ил бер йыл эсендә тәүлеге­нә 3,4 миллион баррель нефть етештереү ҡеүәтенә сығасаҡ.
АҠШ үҙ компанияларына Иран менән хеҙ­мәттәшлек итеүгә рөхсәт бирмәне. Ә бына Европа инвесторҙары аптырашта ҡалды, сөнки уларға тыйыу булмаһа ла, һәр аҙымын Америкаға ҡарап баҫҡас, һаҡ ҡыланыу кәрәклеге көн кеүек асыҡ. Шуны ғына көткәндәй, Япония Иран менән элекке хеҙмәттәшлекте бөгөндән тергеҙер­гә әҙер. Был хаҡ­та илдең сит ил эштәре министры Фумио Кисида белдерҙе. “Япония компанияларына Иран баҙарына юл асылды. Газ һәм нефть етештереү өлкә­һендә эш итәсәкбеҙ. Ике илдең дә банктары өсөн был хеҙмәттәшлек һөҙөмтәле буласаҡ”, – тине ул. Бынан тыш, Япония Ирандың нефткә иң бай Азадеган ятҡылығын эшкәртеүҙә ҡатнашыуға өмөт тота. Унда 26 миллиард баррель нефть бар, тип баһалай белгестәр.
Ирандан санкциялар алыныу Рәсәй иҡтисадына ла йоғонто яһаясаҡ. Тәү сиратта, Көнбайыш компаниялары Иран менән хеҙмәттәшлек итә башлағас та, Рәсәйҙең газ һәм нефть тармағында кө­нәркәшлек артасаҡ. Икенсенән, Ирандың донъя баҙарына сығыуы Рәсәй нефтенең Европалағы һәм Ҡытайҙағы хаҡына йоғонто яһаясаҡ.
“Ростех” компанияһы Иран ТЭЦ-ына биш миллиард долларлыҡ ҡорамалдар ебәрә. Иран Рәсәй тимер юлдарының хеҙмәтләндереү даирәһенә лә инә. “Роса­том” әлеге илдең “Бушер” атом электр станцияһы өсөн тағы бер нисә энергоблок төҙөргә әҙерләнә. Был ойошмаларҙан тыш, “КамАЗ” Иранда етештереү майҙан­сы­ғы булдырырға планлаштыра. “ЛУКОЙЛ” да был илдә нефть сығарыу эштәрен йәйелдереп ебәрмәксе. Рәсәй артабан Иранда нефть етештереү һәм ошо йәһәттән технология­ларҙы камил­лаш­тырыу менән шөғөлләнһә, был ҡаҙ­нала ыңғай сағылыш табыр ине, тип билдәләй белгестәр. Шул уҡ ваҡытта был сәйәсәттең ике яҡлы булыуын да инҡар итеүселәр бар. Улар бил­дәләүенсә, санкцияларҙың алыныуы Рәсәй неф­тенең һатылыуына аяҡ саласаҡ, сөнки Иран нефте күпләп донъя баҙарына сығарыла башлаһа, беҙҙең “ҡара алтын”дың хаҡы түбәнерәк төшөүе ихтимал.
Нисек кенә булмаһын, Ирандан санк­цияларҙы алыу илдең ҡулдарындағы бәйҙе ысҡындыра бирҙе. Бынан ары донъя баҙарында Сәғүд Ғәрәбстаны нефткә хаҡтарҙы билдәләй алмаясаҡ.
Тағы ла аҡса мәсьәләһенә килгәндә, АҠШ Иран иҫәбендәге “туңдырылған” миллиардтарҙы ҡайта­рыу мәсьәләһенә һаҡ ҡарай. Был йәһәттән бөтөн нәмә хәл ителеп бөтһә лә, Вашингтондың аҡсаны ниндәй маҡсатта тотонасаҡтарын белгеһе килә, сөнки Иран – Сүриә башлығы Бәшәр Әсәдтең сәйәсәтен яҡлаусы.
Әлеге мәлдә бар донъя сәйәсмән­дәренең ҡара­шы Иранға төбәлгән. Саҡ күҙе асылған дәүләттең Президенты Хәсән Роухани алдында ҙур бурыс тора, сөнки илдең иҡтисади хәле менән ризаһыҙлыҡ белдереүселәр һаны артҡандан-арта. Тиҙ арала ошо хәлде көйләү – уның төп маҡсаты буғай.



Вернуться назад