Итәк кейеп илде ҡотҡарып буламы?26.01.2016
Итәк кейеп илде ҡотҡарып буламы? Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Европаға миллиондан ашыу ҡасаҡ килгән, һәм уларҙың иҫәбе көндән-көн арта ғына. Белгестәр әлеге күренеште Икенсе донъя һуғышынан һуңғы иң ҙур мәжбүри күсенеү тип баһалай. Тик эш бит статистикала ғына түгел. Тәүҙә, ҡайһы бер интеллигенттар әйтмешләй, әлеге “хәрәкәт”, иҫләһәгеҙ, Европала ҡыҙыҡһыныу ғына уятты. “Кемдәр килә? Ә, ҡасаҡтар... рәхим итегеҙ...” Әммә ваҡыт үтеү менән, беренсенән, уларҙың сәй эсергә генә түгел, ә бөтөнләйгә күсеп килеүе асыҡланды. Икенсенән, улар өсөн түләргә лә кәрәк икән. Ә бөгөн кемдең икенсе берәү өсөн кеҫәһенән аҡса сығарып һалғыһы килһен? Өсөнсөнән, моғайын, быныһы төп сәбәптәрҙең береһелер — ҡунаҡтар тәртип белмәгән кешеләр булып сыҡты. Көпә-көндөҙ ҡатын-ҡыҙҙарҙың итәктәренә йәбешәләр, мыҫҡыл итәләр, насар һүҙҙәр менән йәберләйҙәр... Әммә бөтә бәлә ҡасаҡтарҙа ғынамы икән? Бәлки, ғәйеп атта ла, тәртәлә лә барҙыр? Ни тиһәң дә, ҡасаҡтар баҫып килмәй. Уларҙы Европа үҙе саҡырҙы.

Үҙең һайлаған яҙмыш

Итәк кейеп илде ҡотҡарып буламы?Манекенды көсләргә маташҡан ҡасаҡ... Берлин метроһында “эшен бөтөргән” мигрант... Был видеояҙ­малар һуңғы ваҡытта Интернет селтәрендә популярға әүерелде. Әммә һүҙ ҡасаҡтарҙың әҙәпһеҙле­ге ха­ҡында ла түгел. Иң ғәжәплән­дергәне – Европа халҡының битарафлығы. Әлеге видеояҙма­лар­ҙа ла берәүҙең бер риза­һыҙлығы күҙгә салынмай. Уның ҡарауы, “геройҙарҙы” телефон камераһына төшө­рөүселәр бихисап. Ә ҡайҙа ҡатындарын ҡурса­лаған ирҙәр? Итәк кейеп митингыға сығып ҡына мигранттарҙы туҡтатып буламы ни? Нимә-нимә, ә беҙҙә бындай мөнәсәбәтте халыҡ тыныс ҡына ҡабул итә алмаҫ ине, моғайын.
Белгестәрҙең иһә – үҙ фекере. Сәйәс­мәндәр, әйтәйек, икенсе цивилизацияла тәрбиә алған кешеләрҙең Европа шарттарына яраҡлашыуына ваҡыт кәрәк тип бара. Араларында хатта, ҡасаҡ­тарҙы әҙләп-әҙләп кенә индерергә, айырым төр­көмдәргә тупланыу­ҙарынан һаҡланырға кәрәк ине, тип аҡыл һатыусылар ҙа бар. Һәр хәлдә, былтыр ҡыҫтырғанға быйыл ҡысҡырмай­ҙар инде, тигәндәрме әле Шүрәлегә? Әммә бер ғәйепһеҙ кешеләр вафат булғанда ла толерантлы халыҡтың көсһөҙлөгөн, Европа власының был мәхшәрҙе тып-тын ғына ҡабул итеүен аңлауы ауыр...
Үткән аҙнала Швецияла тағы бер мигрант әхирәттәрен яҡлап сыҡҡан егетте үлтергән. Италияла күпселек үҫмер-мигранттарҙың наркотиктар менән сауҙа итеүе, ә йәш ҡыҙҙарҙың фәхишәлек юлына баҫыуы хаҡында Интернеттағы сыға­наҡтар күптән яр һала. Ә Яңы йыл төнөнә ҡарай Германияла ҡасаҡтарҙың ҡатын-ҡыҙҙарға ысын мәғәнәһендә “һунар” ойоштороуы... Һөҙөмтәлә бөгөн Европа граждандары Евросоюздың миграция сәйә­сәтенә ҡаршы митингтар, акциялар ойош­тора, пикеттар үткәрә. Халыҡ миг­ранттарҙың күпләп килеүенә ҡаршы. Тик Евросоюз ғына ҡасаҡтарҙы урынлаштырыу мәсьәләһен әле булһа хәл итеп бөтә алмай. Пробле­маның осо-ҡырыйы күрен­мәй. Ә мигранттар “тул­ҡыны” туҡтарға уйламай ҙа – Яҡын Көнсығыш һаман ут эсендә.
Әлбиттә, был яҙмышты Европа үҙе һай­ланы. Евросоюз илдәре тышҡы сәйә­сәт аренаһындағы хәл-ваҡиғаларҙы АҠШ-ҡа ышанып тапшырмаһа, бәлки, Яҡын Көнсығышта көрсөк тә, эреле-ваҡлы һу­ғыштар ҙа булмаҫ ине. Ә һөҙөмтәлә нимә килеп сыҡты: Ираҡ, Ливия дәү­ләттәре ҡыйра­тылды, халыҡ-ара террор­сылыҡ сәскә атты...
Мигранттар тулҡыны – Ев­ропаға йом­шаҡ һәм ялтырауыҡлы сәйәсәте өсөн һынау ул. Һәм бөгөн һуғыш бара икән, ҡасаҡтар кәмемәйәсәк, ә был хәлдең күпме дауам итере берәүгә лә билдәле түгел. Шуға ла Евросоюздың артабанғы яҙмышын күҙаллауы бик ауыр. Ҡайһы бер эксперттар бөгөндән Шенген зона­һының емерелеүе хаҡында һүҙ йөрөтһә, пессимистар Евросоюздың тарҡалыуын да инҡар итмәй.
“Германияға йәки Бөйөк Британияға ғына!”

Әлбиттә, был осраҡта мигрант­тарҙың оятһыҙлығы хайран итә, әммә Европаға ла теләктәшлек тойғоһо уянмай. Шуныһы ғәжәп: үлемдән, аслыҡтан ҡасҡандар – ҡарап тороуға көр генә, башлыса 20-30 йәшлек егеттәр, тауыштары ла шәп сыға. Ә дәғүәләре һәм талаптары?.. Әҙәплелек сиктәренән дә сығып китәләр – “Герма­нияға йәки Бөйөк Британияға ғына барғым килә”, йәнәһе. Ниңә Балтик буйҙарына түгел? Тынлыҡ... Митингтар, полиция хеҙ­мәткәрҙәре менән сыуалыштар, енә­йәтселек, транспортты баҫып алыу... Ә бит үҙеңде улай тоторға ярамай. Әгәр теләгән ереңә барып урынлаш­ҡанһың икән – шым ғына улты­рыуыңды бел. Һине һыйындыр­ғандар, ашатҡандар, көт, сабыр ит, нимә бирһәләр ҙә, ҡайҙа ебәр­һәләр ҙә, рәхмәтле була бел. Әл­биттә, миг­ранттарҙың барыһын да бер ҡалыпҡа һалыу ҙа дөрөҫ булмаҫ был осраҡта. Иманым камил, араларында булғанына шө­көр ҡылыусылар ҙа юҡ түгелдер. Ҡан-ҡойоштан, үлем тырна­ғы­нан, аслыҡ-яланғаслыҡтан ҡасҡандар улай ҡыланмаҫ. Әммә бер ҡалаҡ дегет... Хәйер, был осраҡта, бәлки, ҡалаҡ ҡына ла түгелдер...
Европа ла килешкән инде. Хәтер­лә­һәгеҙ, мигранттарға тәүҙә урындағы бандиттар көн күрһәт­мәне: таланылар, барлы-юҡлы әйберҙәрен урланылар, кәм­һет­теләр. Тәртип һаҡлау органдарына шун­да уҡ ҡатыраҡ тотонорға кәрәк ине лә бит. Хәйер, уларының булғанынан бул­мағаны... Ирек­һеҙҙән, “Ҡуян менән Төл­кө” әкиәте иҫкә төшә. Ҡуян Төлкөнө йәлләп өйөнә индергәс, нимә булып бөтә әле?..
Ғөмүмән, Төньяҡ Африка менән Яҡын Көнсығыш илдәренән килгән ҡасаҡтар яҙмышына ҡағылышлы һорауҙар Европаны ике лагерға бүлде. Берәүҙәр — риза, икен­селәр — ҡаршы. Европалағы хәлдәр урыны менән хатта хайуандарҙы махсус рәүештә бер-береһенә һөсләтеп, иң көслөһөн асыҡлауға йүнәлтелгән “ҡомаҡ бүре” тәжрибәһен хәтерләтеп ҡуя... Ә бит белгестәр иҫкәртмәне түгел, иҫкәртте. Тик романтик рухлы Европа кешеләре ул ваҡытта: “Бер нисә йөҙ мең мигрант килә, имеш. Харап! Европа союзы киңлектә­рендә был бер ни түгел”, — тип көлгән булды. Әммә Париждағы теракттан һуң, “Шарли Эбдо” журналынан башҡа берәүгә лә ҡыҙыҡ түгел ине инде... Хәйер, был осраҡта ла ҡайһы берәүҙәр терактты ғәҙәттән тыш хәлгә тиңләп маташты әле. Яңы йыл байрамдарында Кельн, Цюрих, Гамбург, Штутгарт һәм Европаның башҡа ҡалаларындағы ваҡиғалар ғына бының осраҡлы “ЧП” түгел, ә тамыр йәйә барған күренеш булыуын раҫланы. Ғөмүмән, мигранттарға ҡағылышлы проблемалар шул тиклем тиҙ киҫкенләшә, уларҙың хатта “тәбиғи” барлыҡҡа килеүенә шикләнеп тә ҡуяһың. Бер яҡтан, Европа үҙ сәйәсәтенең ҡорбанына әүерелде кеүек, әммә икенсе яҡтан — бөтә нәмә шул тиклем ойошҡан бара...
Һәр хәлдә бөгөн Европаны Көнсығыштың юғары технологиялары ла, толерантлы, зыялы хал­ҡы ла, үҙҙәренә генә хас цивилизациялары ла ҡотҡара алмаясаҡ. Паспорттарға чип һуғыуҙан, һәр мөйөшкә видеокамера ҡуйыуҙан фәтүә юҡ инде. Бар ышаныс — йәмғиәт менән дәүләттең үҙ-ара килешеп эш итеүенә.






Вернуться назад