Ныҡыштар ярҙамһыҙ ҡалмай26.01.2016
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостандағы бүлексәһе беренсе тапҡыр ике грантҡа лайыҡ булды. “Урал батыр” эпосы буйынса ойошторолған экологик-мәҙәни маршрут һәм “Ыҡтан – Яйыҡҡаса” тигән уҡыусылар экспедицияһы иң уңышлылар тип табылды.

Милли ҡомартҡыбыҙ, халҡыбыҙҙың тел, әхлаҡ, тарих мәсьәләләрен киң яҡтыртҡан “Урал батыр” эпосы йылдан-йыл танылыу яулай. “Ирәмәл” тәбиғәт паркы етәкселеге тап ошо әҫәр сюжетына нигеҙләнеп маршрут ҡора һәм яңылышмай. 700 мең һумлыҡ грантҡа эйә булып, проектты тормошҡа ашыра. Хәҙер иһә был һоҡланғыс урындан туристар өҙөлмәй тиерлек. – Ағиҙел сыҡҡан ер матур итеп билдәләнгән, тейешле мәғлүмәт стендтары ҡуйылған, хатта эпостағы бер нисә образ да һынланыш тапҡан, – ти маршрутты әҙерләүсе Рима Ғәлиева.
Ғәжәп тәбиғәт, ер-һыу күрер өсөн Башҡортостаныбыҙ киңлектәренә сәфәр ҡылыу ҙа етә шулай. Ә 150 мең һумлыҡ грант Туймазы ҡалаһынан география уҡытыусыһы Игорь Данилконың “Ыҡтан – Яйыҡҡаса” проектына бирелә. Остаз электән дә уҡыусыларын төрлө сәйәхәттәргә йөрөткән, әммә үҙ аҡсаһына. Рус география йәмғиәтенең матди ярҙамы уларға өс көн эсендә республиканың көнбайышынан алып көнсығышына тиклем байтаҡ ер үтеү, урындағы тәбиғәт үҙенсәлектәрен өйрәнеү мөмкинлеген бирә. Һаҡсыл экологтар ошо грант иҫәбенә поход кәрәк-яраҡтары алып ҡына ҡалмай, Мәскәүгә – Рус география йәмғиәтенең фестиваленә лә барып ҡайтыуға өлгәшә.




Вернуться назад