“Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 23-сө статьяһындағы 6-сы пунктты, 26-сы статьяһындағы 6-сы пунктты, Һайлау тураһындағы Башҡортостан Республикаһы кодексының 20-се һәм 21-се статьяларындағы 9-сы өлөштәрҙе, 25-се статьяһындағы 4-се өлөштө эштә ҡулланма итеп алып, Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы Өфө ҡалаһының Калинин районындағы, Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы һәм Иглин, Кушнаренко, Нуриман райондарындағы территориаль һайлау комиссияларының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған яңы ағзаларын тәғәйенләү өсөн кандидатуралар буйынса тәҡдимдәр ҡабул итеү хаҡында белдерә.
Документтар 1 февралдән 1 мартҡа тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46, иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә тиклем (эш көндәрендә), төшкө тәнәфес сәғәт 1-ҙән 2-гә тиклем.
Белешмәләр өсөн телефондар: 218-11-16, 218-11-17, 218-11-18.
Территориаль һайлау комиссияларын ойоштороу буйынса тәҡдимдәр Үҙәк һайлау комиссияһының www.cikrb.ru сайтында урынлаштырылған.
***
Краснокама районындағы территориаль һайлау комиссияһының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған ағзаһы вәкәләттәренең ваҡытынан алда туҡтатылыуына бәйле, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 29-сы статьяһындағы 6-сы пунктҡа ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған яңы ағзаны тәғәйенләү өсөн кандидатура буйынса тәҡдимдәр ҡабул итеү хаҡында белдерә.
Документтар ошо белдереү баҫылып сыҡҡандан алып егерме көн эсендә түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46, иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем (эш көндәрендә).
Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефон: 250-66-22.
Башҡортостан Республикаһының
Үҙәк һайлау комиссияһы.