“Етәксенең әйткәнен ҡабул ҡылығыҙ”22.01.2016
– Мәсеттәргә имам-хатип ниндәй ҡағиҙәләр буйынса тәғәйенләнә?
Т. ЗАКИРОВ.
Белорет районы.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһ, беҙ, мосолмандар, Ислам тәрбиәһе нигеҙендә 11 быуаттан ашыу күркәм тормош алып барабыҙ. Бында динебеҙҙе өйрәтеүселәрҙең тос өлөшө бар. Мөфтөй, уның ярҙамсылары, мәхәллә, мәсет етәкселәре... Әлеге һорауҙа яңғыраған имам-хатип та башлыҡ тигәнде аңлата.
Рәсүл-Әкрам саллал-лаһу ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Әгәр ҙә ки бергәләп юлға сығаһығыҙ икән, үҙ-ара кәңәшләшеп, берегеҙҙе етәксе итеп ҡуйығыҙ”, – тигән. Халҡыбыҙҙың “Һин дә – мулла, мин дә – мулла, атҡа бесән кем һала?” тигән лаҡабы ла бар. Ошоларҙан күренеүенсә, һәр урында етәксе һәм башҡарыусы була.
Имам-хатипҡа килгәндә, ул борон-борондан халыҡтың рухи етәксеһе, ғилемле, әхлаҡлы, тәрбиәле башлыҡ тип танылған. Башҡа диндарҙар менән бер рәттән Ислам нигеҙендә халҡыбыҙҙы хаҡ юлдан алып барғандар. Аҙашыуҙарға юл ҡуйылмаған. Әле лә, динебеҙҙе төрлө яҡҡа борорға маташыу күҙәтелеп ҡалған саҡта, традицион Исламды һаҡлау йәһәтенән имам-хатиптарыбыҙға ҙур ышаныс бағлана.
Дәүләтебеҙ тарафынан да, әл-хәмдү лил-ләһ, дингә ҡарата иғтибар көндән-көн арта. Ике араның бәйләнешен нығытыу бурысы имам-хатипҡа туранан-тура ҡағыла. Ул мәсеттә вәғәз һөйләп кенә ултырырға түгел, ә гелән халыҡ араһында булып, аңлатыу эше алып барырға тейеш. Донъя көтөүе, кешеләргә мөнәсәбәте менән бүтәндәргә өлгө күрһәтеп йәшәргә бурыслы. Айырыуса йәштәрҙең тын алышын, төрлө йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлек маҡсатын белеүе мөһим. Ғөмүмән, имам-хатиптың хеҙмәте үтә ҡатмарлы.
Был вазифаға нисек тәғәйенләнеүенә килгәндә, уның кандидатураһын тәүҙә райондың имам-мөхтәсибе урындағы хакимиәттең дин эштәре буйынса комиссияһы рәйесенә тәҡдим итә. Ике яҡ та риза икән, документ төҙөлөп, ҡултамғалар ҡуйылып, Диниә назаратының ҡарауына тапшырыла. Мөфтиәттең шәһәҙәтнамәһен алған кеше генә рәсми рәүештә имам-хатип тип таныла. Ул, тимәк, хеҙмәтен халыҡ, урындағы етәкселек, Диниә назараты, дәүләт менән берлектә, үҙ-ара кәңәшләшеп алып барырға тейеш. Белемен камиллаштырыу йәһәтенән иһә йыл да курстар үткәрелеп тора.
“Етәкселәрҙе ҡарағыҙ, уларҙың әйткәнен ҡабул ҡылығыҙ” тигән мәғәнәләге хәҙистәре бар пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең. Ысынлап та, юл күрһәтеүсегә күп нәмә бәйле. Ул аҡыллы, әхлаҡлы, хаҡ фекерле икән, барыһы ла яҡшы була. Илебеҙ башлығы Владимир Путин да дин етәкселәре менән осрашҡан ваҡытта ошо хәҡиҡәтте билдәләп үтте. Президентыбыҙ беҙгә донъяның төрлө урынына сәфәргә сыҡҡанда, Рәсәйҙең тыныслыҡ илселәре булараҡ, дәүләтебеҙҙәге именлек нигеҙен аңлатып, һәр ерҙә иман орлоҡтарын таратып йөрөү кәрәклеген әйтте.
Бер-беребеҙҙе күтәреп, хөрмәт итеп, фекер алышып йәшәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Хаҡ юлдағы етәкселәребеҙҙең һүҙен тыңлап, халҡыбыҙ, илебеҙ мәнфәғәтендә хеҙмәт күрһәтәйек. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.