Быҡтырылған бауыр22.01.2016
Тауыҡ бауыры (800 грамм), дүрт-биш һуған, дүрт теш һарымһаҡ, бер лимон, тәмләткестәр, зәйтүн майы алына.

Ваҡ итеп туралған һуғанды зәйтүн майында үтә күренмәле булғансы ҡыҙҙы­рабыҙ. Уға һарымһаҡ һутын һалып, йәнә бер минут тоторға кәрәк. Артабан шунда уҡ өс-дүрт өлөшкә бүленгән бауырҙар ҡушыла.
Был массаға тоҙ, тәмләткестәр өҫтәп болғайбыҙ һәм тағы 10 – 15 минут быҡтырып бешерәбеҙ. Әҙер булғас, ярты лимондың һуты ҡушыла.

Тултырылған баклажан

Ике баклажан, бер болгар боросо, ике теш һарымһаҡ, бер ҡанүлән ботағы, 200 грамм фарш, 100-150 грамм сыр, гуляш, ит өсөн тәмләткестәр кәрәк буласаҡ.
Тәүҙә баклажандарҙы буйға ҡырҡабыҙ. Артабан һарымһаҡты, болгар боросон һәм ҡанүләнде ҙур булмаған өлөштәргә бүлеп, табала ҡыҙҙырырға кәрәк. Уларға тәмләткестәр ҡушып, бер стакан һыу ҡойоп болғайбыҙ һәм һүрән утта ун минут бешерәбеҙ. Әҙер булғас, фарш ҡушыла.
Баклажандарҙы ошо масса менән тултырабыҙ ҙа өҫтөнә ҡырылған сыр һөртәбеҙ. 200 градуслыҡ эҫе мейестә 10 – 15 минут бешереп алабыҙ.

Итле бөйөрөк

Ризыҡты әҙерләү өсөн 400 грамм фарш, аҡ май, ҡатлаулы ҡамыр, өс һуған, тоҙ, борос кәрәк.

Һуған шаҡмаҡлап турала. Уға фарш, тоҙ, борос ҡушып болғайбыҙ.
Ҡамыр йәйелеп, түңәрәктәр ҡырҡыла һәм һәр береһенең уртаһына итле эслек һалына. Ҡырҙары өсмөйөш формаһында берләштерелә. Бөйөрөктәрҙе табаға теҙеп һалып, 200 градус эҫелектәге мейестә 20 – 25 минут бешереп алабыҙ.



Вернуться назад