Өфөләр бурысҡа батҡан22.01.2016
1 ғинуарға Өфө халҡының коммуналь түләүҙәр буйынса 1 миллиард 900 миллион һумлыҡ бурысы тупланған. Баш ҡалалағы Берҙәм иҫәп-касса үҙәге генераль директорының беренсе урынбаҫары Айгөл Винникова ошондай мәғлүмәт бирҙе.

Уның әйтеүенсә, ҡалалағы үҙәк 375 мең иҫәпте хеҙмәтләндерә. Шуларҙың 8 меңендә алты айҙан ашыу түләнмәгән бурыс бар. Әйткәндәй, торлаҡ хужалары үҙәктең рәсми сайтына (http://erkcufa.ru) инеп, бурысы булыу-булмауын тикшерә ала. Әле торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар хеҙмәт өсөн билдәләнгән хаҡты түләтеү өсөн йылылыҡты, һыуҙы һәм электр энергияһын өҙөргә, түләмәгәндәрҙе судҡа бирергә хоҡуҡлы.
Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.


Вернуться назад