Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул!22.01.2016
Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығында республика биләмәһендә законһыҙ йәшәгән һәм миграция ҡануниәтен боҙған сит ил кешеләрен кире ҡайтарыу буйынса эш дауам итә. Һуңғы аҙнала ғына Нигериянан килгән өс һәм Үзбәкстандан ике кеше тыуған еренә оҙатылды.
Идаралыҡтың матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, уҙған йыл, суд ҡарарҙарына ярашлы, ведомство хеҙмәткәрҙәре 588 мигрантты ҡайтарып ебәргән. Улар араһында Үзбәкстан (367 кеше), Тажикстан (113), Азербайжан (26) граждандары байтаҡ.
Әйткәндәй, сит ил кешеләрен һәм гражданлығы булмағандарҙы асыҡлау, үҙ дәүләтенә оҙатыу буйынса вәкәләттәр дүрт йыл элек эске эштәр органдарынан суд приставтары хеҙмәтенә күсерелде.