Йәнә 20 мәктәп!22.01.2016
Башҡортостан Хөкүмәте үткән йыл аҙағында дөйөм белем биреү ойошмаларында яңы урындар булдырыуға йүнәлтелгән программаны раҫланы.

Документтан күренеүенсә, 2016 – 2020 йылдарҙа башланғыс мәктәптә икенсе смена бөтөрөләсәк, тағы ла биш йылдан V – IX класс уҡыусылары иҫке мәктәптәрҙән яңыларына күсереләсәк. Программаға ярашлы, район, ҡалаларҙағы белем усаҡтары төҙөкләндереләсәк, яңы мәғариф учреждениелары сафҡа индереләсәк. Шулай уҡ 2016-2017 йылдарҙа Башҡортостанда 7 397 урынлыҡ 20 дөйөм белем биреү объектын файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Быйыл иһә 1 597 уҡыусыға иҫәпләнгән дүрт мәктәп сафҡа инәсәк. Уларға Стәрлетамаҡ ҡалаһының Көнбайыш биҫтәһендә, Федоровка ауылында, Ғафури районындағы Табында, Ҡариҙел районындағы Яңы Муллаҡайҙа урынлашҡан мәктәптәр инә.
2017 йылда проект ҡеүәте 5 800 булған 16 объектты файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Шуларҙың иң ҙурҙары Өфөнөң Дим, Колгуев биҫтәләрендә, Стәрлетамаҡтың 5-се Көнбайыш микрорайонында һәм Баҡалы ауылында урынлашҡан. Бынан тыш, Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында 550 урынлыҡ мәктәптә реконструкцияны тамамлау ҡарала.


Вернуться назад