Өфө урамдарында совет һәм Рәсәй фильмдарынан ҡанатлы һүҙҙәр яҙылған баннерҙар барлыҡҡа килде. Салауат Юлаев проспектында, Баҡалы, Пушкин һәм башҡа урамдарҙа күрергә мөмкин уларҙы.Леонид Гайдайҙың «Бриллиант ҡул», «Иван Васильевич һөнәрен алмаштыра» комедиялары, Сергей Бодровтың «Брат-2» һәм Оксана Бычкованың «Питер FM» фильмдарынан улар. Һәр баннерҙа «Беҙҙең ғәҙел кино», «Беҙҙең яҡшы кино», «Беҙҙең дөрөҫ кино», «Беҙҙең матур кино» слогандарының береһе яҙылған.
— Рәсәй киноһы — ул ниндәйҙер изге, яҡты һәм яҡын күренеш. Цитаталарҙы ла шунан сығып һайланыҡ, — тине «UFAGRA» агентлығының креатив директоры Дмитрий Левашов.
«Ҡала рекламаһы» муниципаль ҡаҙна учреждениеһында хәбәр итеүҙәренсә, баннерҙар коммерция фирмалары һатып алмаған буш щиттарҙа урынлаштырыла. «Башҡортостан» киностудияһына ла, башҡорт фильмдарынан фекерҙәр тәҡдим итеүҙәрен һорап, хат ебәрелгән.
Баннерҙар илебеҙҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Рәсәй киноһы йылына арналған. Былтыр иһә республиканың баш ҡалаһын яҙыусыларҙың һәм шағирҙарҙың ҡанатлы һүҙҙәре биҙәгәйне.