Матбуғаттың маҡсаты мәктәптекенә тап килә20.01.2016
Белемем буйынса башҡорт һәм урыҫ телдәре, әҙәбиәттәре уҡытыусыһы булһам да, башлыса урыҫ телен уҡытырға тура килде. Эшемде яратып башҡарһам да, барыбер күңелемдең мөйөшөндә һәр ваҡыт бер үкенес йәшәне. “Их, үҙ телемде уҡытһам! Мин былай эшләр инем, ошондай сара ойошторор инем…” тигән хыялдарым тормошҡа ашмай ҡалды.
Бер осор хатта “Йәйғор” исемле әҙәби ижад түңәрәге асып, һәләтле балаларҙы туплап, байтаҡ ҡына уңыштарға ла өлгәштек. Тәнәфестәрҙә яңы ғына яҙылған шиғырҙарын тотоп йүгереп килгән уҡыусы балаларға кәңәштәр биреү үҙе бер кинәнес ине. “Аҡбуҙат”, “Аманат” журналдарында, “Йәншишмә”лә, район гәзиттәрендә хикәйә-шиғырҙары баҫылып сыҡҡан уҡыусыларҙың нисек шатланғанын күрһәгеҙ! Эшеңдең мәғәнәһен аңлайһың, кәйеф күтәрелә, күңел елкенә. Ләкин әлеге лә баяғы бюрократияға ҡаршы бәрелештә еңелеп, ҡанат һынып, урыҫ телен уҡытыуға бөтә күңелемде һалып эшләй башланым.
Заман үҙгәрҙе. Уның менән бергә үҙебеҙ ҙә үҙгәрҙек. Хәҙерге талаптарға ярашлы, эшебеҙҙең яртыһы – ҡағыҙ тултырыу. Ғилми-тикшеренеү институттарының кимәленә күтәреләбеҙ, ахыры, төрлө предметтарҙан эш программаһын һәр уҡытыусы үҙе төҙөргә тейеш. Етмәһә, уларҙағы талаптарҙы йыл һайын үҙгәртеп торалар. Ә бер туҡтауһыҙ электрон почта аша килеп торған конкурстар тураһындағы бойороҡтар? Эшең барамы-юҡмы, иң мөһиме – отчет бирергә онотма!
Ә эш, ысынлап та, бик күп. Урыҫ теле уҡытыусылары математиктар менән бер рәттән һәр ваҡыт белем биреү фронтының иң алғы һыҙығында: Берҙәм дәүләт имтиханын һәр уҡыусынан бирҙерәләр. Шуға күрә артыҡ иркәләнеп торорға мөмкинлек юҡ, һәр ваҡыт тырышып эшләргә һәм эшләргә. Башҡорт теленән иһә Берҙәм дәүләт имтиханын тик был предметты һайлаған уҡыусылар ғына тапшыра, улары ла районда йылына бер нисәү генә була. Был башҡорт теленән һынау тотоусылар – мәктәп, район һәм республика кимәлендә предмет олимпиадаларында ҡатнашыусылар, төрлө конкурстарҙа еңеүселәр. Ә ярыштар һанап бөткөһөҙ: “Урал батыр” эпосын ятҡа һөйләү, “Һаумы, һаумы, Әкиәт!” тиһеңме, фәнни-ғәмәли конференция… Бынан тыш, юбиляр яҙыусыларға арналған саралар, йыл да үткәрелә торған Шәжәрә байрамы, инша яҙыу… Ижади фекерле уҡыусыларҙы дәртләндереү, үҫтереү, юғары һөҙөмтәләргә өлгәштереү өсөн бар шарттар ҙа бар. Ә улар, үҙ сиратында, киләсәктә журналистар, тел уҡытыусылары булып, рухи мираҫты артабан һаҡларҙар, үҫтерерҙәр, байытырҙар.
Әлбиттә, туған телгә ихтирам иң тәүҙә ғаиләнән башлана, әсәйҙән, атайҙан килә. Әгәр йортоңда башҡортса һөйләшәләр икән, сабый үҙ телендә әкиәт тыңлап, балалар баҡсаһында шиғыр ятлап үҫә икән, тимәк, әсә телен бер ҡасан да онотмаясаҡ. Ундай баланың күңеле изгелекле, рухы көслө, йөрәге хистәргә бай булалыр, моғайын. Әгәр инде мәктәптә лә үҙ һөнәренә ғашиҡ тел уҡытыусыһы осраһа, икеләтә бәхет. Был осраҡта баланың илен, телен һөйгән кеше, тыуған еренең яҡлаусыһы-һаҡлаусыһы булып тәрбиәләнеүе көн кеүек асыҡ. Тимәк, милләтебеҙҙе, телебеҙҙе юғалтмаҫ өсөн беҙгә рухлы тел уҡытыусылары кәрәк.
Милли матбуғатты һаҡлап алып ҡалыу – бөгөн иң ҙур проблемаларҙың береһе. Ә бит, уйлап ҡараһаң, гәзит-журналдарыбыҙҙың төп маҡсаты – милли рухты үҫтереү, тыуған ергә һөйөү тәрбиәләү – мәктәптең маҡсаты менән тап килә түгелме?! Был эштә мәктәп менән матбуғат бер-береһенә ярҙам итә ала бит!
Иҫемдә, байтаҡ йылдар элек коллегам, башҡорт теле уҡытыусыһы, балаларға туған әҙәбиәт дәрестәрендә гәзит-журналдарҙан мәҡәләләр уҡып, яңылыҡтар менән таныштыра йәки шиғырҙарҙы тасуири уҡырға өйрәтә торғайны. Һөйләм төрҙәрен эҙләп яҙырға, синоним-антонимдар табырға ҡуша. Шиғырға йәки хикәйәгә, мәҡәләләргә анализ яһарға ҡушып та өйгә йөкләмә бирә. Уҡыусылар, гәзит-журнал менән эшләргә өйрәнеп, улар менән дуҫлашып бөтә ине, редакцияға хат яҙыу бер ҙә ҡатмарлы эш булып тойолмай торғайны. Уҡыусы балалар матбуғат баҫмаларына үҙҙәренең ижад емештәрен ебәрә. Баҫылып сыҡһа, гәзитте мәктәп коридорындағы стендҡа элеп ҡуялар. Мәктәптә стена гәзите сығарыла.
Ностальгия, тиерһегеҙ… Әммә ниндәй яҡшы эш булған! Балаларҙа үҙҙәренең ҡәләмен һынап ҡарарға теләк, ташҡа баҫылған һүҙгә ихтирам уятҡанбыҙ икән дәбаһа! Ижади фекерләү һәләтен үҫтергәнбеҙ. Әле лә шулай эшләп булмаймы ни? Гәзит-журналға яҙылыу өсөн аҡса кәрәк, тиһегеҙме? Балаларҙың аҡсаһы юҡ түгел. Тәнәфестә магазинға тәмлекәс алырға йүгереүселәр күп бит. Һәр береһенең ҡулында — затлы телефон. Һәр уҡыусы айырым яҙылмаған хәлдә лә, аҡса йыйып, класҡа бер журнал, бер гәзит яҙҙырырға ла мөмкин бит әле. Тимәк, алдан әйҙәп йөрөгән кеше юҡ. Тел-ил тип көйгән, илһөйәрҙәр тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйғандар аҙ. Шулай булмаһа, башҡорт балалары үҫкән республикала “Аманат” журналына, “Йәншишмә” гәзитенә яҙылыусылар һаны артыр ине.
Дүрт йыл элек уҡыусым Гөлназ Хәсәнова үҙ фекерҙәрен, шиғырҙарын ебәреп, төрлө конкурстарҙа алдынғы урындар алғас, редакция хеҙмәткәрҙәре мәктәпкә килде. Бүләк менән бер рәттән штаттан тыш хәбәрсе таныҡлығы ла тотторғас, бар мәктәп уҡыусыларының һоҡланып та, көнләшеп тә ҡарауы әлегеләй күҙ алдымда. Гөлназ өсөн дә юл күрһәтеү булды: ҡыҙыбыҙ әлеге көндә БДУ-ның журналистика факультетында уңышлы уҡып йөрөй. Һеңлеһе Зөлфиә лә бик өмөтлө, апаһының юлынан китер тигән ышаныс бар.
Бөгөн мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу көрсөккә килеп төртөлдө. ХI класты тамамлағанда әҙәбиәттән дәүләт имтиханы биргән саҡта уҡыусылар әҫәрҙәр уҡый, шул рәүешле әҙәбиәтебеҙҙе өйрәнә ине. Хәҙер иһә ҡыҙыҡһыныу бермә-бер кәмене. Уҡыусылар БДИ-ны урыҫ телендә тапшыра тигән сәбәп менән барлыҡ предметтар ҙа урыҫ телендә уҡытыла, ә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә юғары кластарҙа аҙнаһына берәр сәғәт кенә бирелә. Мәктәптә үткәрелгән саралар ҙа башлыса урыҫ телендә алып барыла, сөнки оптималләштереүгә бәйле күрше ауылдарҙа мәктәптәр ябыла. Шулай итеп, төрлө милләт балалары бергә уҡый, ә бөтәһе аңлаған тел берәү, ул да булһа – урыҫ теле. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу, минеңсә, урыҫ телле балаларҙа бары тик киреләнеү, ҡаршылашыу тойғоһо ғына тыуҙыра. Был балаларҙың ата-әсәһе лә ризаһыҙлыҡ белдерә, һөҙөмтәлә предмет тик формаль рәүештә уҡытыла. Тел ғилеме биреү түгел, хатта дәүләт теленә ҡарата хөрмәт тә тәрбиәләнмәйҙер, моғайын. Әгәр ҙә телде белеү мотлаҡ шарт итеп ҡуйылһа, һәр дәүләт эшмәкәре башҡорт телен һыу кеүек эсергә тейеш булһа, төрлө учреждениеларҙа тел белгән кешеләр генә эшләй алһа, был насар булыр инеме ни? Әлеге ваҡытта хатта магазинда ла үҙ телеңдә аралашып булмай!