Тылсым көсө – нәҫелдән20.01.2016
Тылсым көсө – нәҫелдән Халҡыбыҙҙа им-томға, ырымдарға мөрәжәғәт иткәндәр электән булған. Шәхси тормошта уңышһыҙ осор, эштә ауырлыҡ килһәме, ғәйбәт ишетеүҙән, юҡҡа рәнйетелеүҙән туҡтауһыҙ сирләү, үҙең менән бергә яҡындарыңдың, малыңдың ауырыуға һабышыуы... Ошондай хәлгә тарығандарға бәғзе өлкәндәр тел-теш ҡырҡтырырға кәңәш итә.

Был эште теүәл, дөрөҫ башҡарғандар бик аҙ икән. Уларға тылсым көсө, ғәҙәттә, нәҫелдән күсеүсән. Мәҫәлән, Рысҡужа ауылында йәшәгән Фатима инәй Ғибәтова әсәһенең төрлө им-том менән булашҡанын бәләкәйҙән күреп үҫкән, атаһынан дини һабаҡ алған. Инәйҙең шифалы ҡулдары күптәргә ярҙам иткән.
Эш өсөн ете төрлө еп алына. Уларҙан ҡырҡ бер төйөн яһала. Һәр береһен бәйләр алдынан доға уҡыла. Бау әҙер булғас, ундағы һәр төйөндөң уртаһынан ҡайсы менән ҡырҡалар. Киҫелгән барлыҡ еп ҡағыҙға уралып, йәнә доға уҡылып, кешегә тапшырыла. Бетеүҙең ҡулға бәйләй торғаны ла бар. Ул төрлө ауырыу-зәхмәттән, күҙ тейеүҙән һаҡлай, ти Фатима инәй.
Ғөмүмән, халҡыбыҙҙың борондан килгән им-томон, ырымдарын бөгөнгәсә һаҡлаған кешеләр бар. Уларға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәндәр ҙә осрап тора.









Вернуться назад