Ир-егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр20.01.2016
Бына нисәнсе көн инде ошо әйтемде ҡабатлайым да ҡабатлайым. Уйҙарымдың осо һабаҡташтарыма барып тоташа... Ваҡыт үткән һайын уларҙы йышыраҡ иҫләйһең, шаулы студент йылдарын хәтергә төшөрәһең, арабыҙҙан мәңгелеккә киткәндәрҙе һағынаһың. Улар – Рәйсә Юлмөхәмәтова, Фәүзиә Баййегетова, Нажия Нафиҡова, Рәхим Ильясов, Урал Хисамов, Риф Зарипов, Ризуан Хажиев. Уҙған йылдың ноябрь айында барыбыҙҙы ла шаңҡытып, тағы ла бер аҫыл егетебеҙ – Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов баҡыйлыҡҡа күсте.

Беҙ уны ҡустыбыҙ һымаҡ яратып, ”Ишми” тип йөрөтөр булдыҡ. Хатта оло дәрәжәләргә өлгәшеп, академик, профессор, фән докторы булып китһә лә, уға ошо исеме менән өндәштек. Ул беҙгә һис кенә лә үпкәләмәне.
...1964 йылдың йәйе. Башҡорт дәүләт университеты бинаһы уҡырға инергә килгән йәштәрҙең тауышынан гөрләп тора. Филология факульте­ты­ның башҡорт-рус бүлеген һай­лаусылар ҙа байтаҡ ҡына. Беҙ күмәкләшеп өсөнсө ҡатҡа күтәре­ләбеҙ һәм ҡасан, ниндәй фәндән һынауҙар буласағы менән таныша­быҙ. Сикһеҙ тулҡынланабыҙ, тик белгертмәҫкә тырышабыҙ. Һәр кем еңеп сығырына өмөт итә. Ә шулай ҙа Учалынан килгән һигеҙ һәм баш ҡаланың 1-се интернат-мәктәбен тамамлаған алты абитуриент үҙҙә­рен үтә ышаныслы тота. Аранан кем­деңдер: ”Улар уҡырға инмәй кем инһен, декан урынбаҫары Марат Минһажетдинов – Учалыныҡы, ә интернаттыҡыларҙың белем кимәле көслө. Йыйын төпкөлдән килгән беҙ түгел инде”, – тип әйтеүе башҡа­ларҙы сәмләндерҙе генә.
Биш фәндән бирелгән һынауҙар тамамланып, 27 студенттан торған төркөм ең һыҙғанып белем алырға тотондо. Беҙ ҙә учалылар менән интернаттыҡыларҙан ҡалышмаҫҡа тырыштыҡ. Тик улар һымаҡ уңған, өлгөр, маҡсатлы булыу өсөн бик күп тир түгергә тура килде. Учалылар берҙәм, дәррәү булыуҙары менән таң ҡалдырһа, өфөләр белем һәм талант яғы менән алдырҙы. Илһам Сәйәхов – баянсы, Фәүзиә Рәхимғо­лова (Латипова) шиғыр яҙа, Хариса Сәлимгәрәева (Усманова) йырларға ярата, Фәрит Усманов менән Ишмө­хәмәт Ғәләүетдинов – бейеүселәр. Етмәһә, Ишмөхәмәт – оҫта ҡурайсы ла. Мине иң ғәжәпкә ҡалдырғаны уның шул ҡурайсы булыуы ине. 1960 йылдарҙа тыуған яғым Әбйәлилдә ҡурайҙы тик оло кешеләр генә уйнай торғайны. Улары ла бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына.
Минең өсөн һабаҡташтарымдың университеттың ҙур залында ҡурай уйнап тороуы үҙе бер мөғжизәле күренеш булды. Концерттан һуң түҙмәнем, эргәһенә килеп, һоҡла­ныуымды белдерҙем, ҡурайҙа кем уйнарға өйрәткәнен төпсөнөргә керештем. Ул рәхмәт әйтте лә үҙенең уҡытыусыһы Әҙеһәм Исҡужин тураһында һөйләй башланы. Биш минут эсендә уҡытыусыһының хәрби осоусы булыуын, хәҙерге көндә интернатта тәрбиәсе булып эшләүен, мәктәптә ойошторолған ҡурайсылар ансамбле һәм башҡа нәмәләр хаҡында ла һөйләп өлгөрҙө.
Һәм тиҙҙән беҙ өсәү – Фәрит Усманов, Ишмөхәмәт һәм мин – университеттың бейеү ансамбленә йөрөй башланыҡ. Шуныһы ғәжәп, беҙҙе Өфөлә ҙур байрамдар ай­ҡанлы уҙғарылған концерттарҙа ла ҡатнашырға саҡыралар ине. Хатта Ҡазан ҡалаһына ла барып бейеп ҡайттыҡ.
Ҡурайсы ла, бейеүсе лә Ишмө­хәмәтебеҙ еңел-елпе егет булып сыҡманы. Дәрестәрҙә лә осоноп ултырманы, һораһалар яйлап, төплө итеп яуап бирер булды. Өсөнсө курс­та иҫке төрки телен өйрәнә баш­ланыҡ. Ғәрәп алфавитын үҙләште­реү әллә ни еңелдән булманы. Шулай ҙа Ишмөхәмәт хәрефтәрҙе тиҙ үҙләштереүселәрҙән булды. Уҡы­тыусыбыҙ Абдулла Баязитовтың: “Ғәләүетдинов, тексты шыма уҡый­һың, әллә өйҙә берәйһе боронғоса уҡыймы?” – тигән һорауына: “Юҡ. Өйөбөҙҙә Ҡөрьән китабы бар. Шуны ныҡ уҡығым килә торғайны”, – тип яуап бирҙе. Был яуап беҙҙе, атеистарҙы, бер аҙ аптырашҡа ҡалдырҙы. Ишмөхәмәттең тағы ла бер сере асылғандай булды.
Дүртенсе курсҡа ла еттек. Диплом эштәре хаҡында ныҡлап уйлана башланыҡ. Бер көн Ишмөхәмәт беҙҙе йәнә ғәжәпкә ҡалдырҙы. Ҡулына бәләкәй генә китапсыҡ тотҡайны. Уның тышына “Балалар уйындары” тип яҙылған. Китаптың авторы – Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов. “Бына һиңә! Бала саҡта уйнап үҫкән уйындарҙы ла китап итеп яҙып була икән! Һин ғалим булырһың ул?” – тип ҡанатландырып ҡуйҙы яҡташын комсоргыбыҙ Рәшиҙә Солтанова. Диплом эшен дә Ишмөхәмәт балалар фольклоры буйынса яҡланы.
Фәнни эҙләнеүҙәргә ынтылып торған, һәр нәмәгә ҡарата төплө фекер йөрөтә белгән йәш егеткә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эш башларға тәҡдим иттеләр. Ул икелән­мәйенсә үҙенең һуҡмағын фән донъяһына табан борҙо ла ғүме­ренең һуңғы көнөнә хәтлем һайлаған яҙмышына тоғро ҡалды.
Ишмөхәмәт Ғилметдин улы ме­нән, әллә ни йыш булмаһа ла, аралашып йәшәргә яҙҙы. Ул йәшлектәге һымаҡ ихлас, кешелекле һәм иғтибарлы булып ҡала белде. Күңеле тулы мөғжизәгә бай шәхескә ошо айҙа 68 йәш тулған булыр ине. Иң үкенеслеһе шул: ғалимдың күп кенә хыялдары тормошҡа ашып өлгөрмәне. Ә шулай ҙа уның ҡалдырған хеҙмәттәре халҡыбыҙға оҙаҡ хеҙмәт итәсәк, арҙаҡлы ир-уҙаман хаҡындағы изге хәтер киләһе быуындарға ла етәсәк тигән өмөттә ҡалам.





Вернуться назад