Аша борсаҡ, аша фасоль20.01.2016
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының сираттағы сессияһында 2016 йыл Халыҡ-ара ҡуҙаҡлы культуралар йылы тип иғлан ителде. Уның төп маҡсаты – был төр йәшелсәнең организм өсөн ҙур әһәмиәтен, файҙаһын халыҡҡа аңлатыу, иғтибарҙы арттырыу.
Мәғлүм булыуынса, фасоль, борсаҡ, нут, яҫмыҡ кеүек культуралар файҙалы аминокислоталарға һәм үҫемлек аҡһымына бай. Бөтә донъяла уларҙы һимереүгә ҡаршы аҙыҡ рационында ҡулланыу тәҡдим ителә. Шулай уҡ ҡуҙаҡлы культуралар рак, шәкәр диабеты, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын дауалау процесына ыңғай йоғонто яһай. Йәнә хайуандарға үҫемлек аҡһымы өсөн сығанаҡ та булып тора, ерҙең уңдырышлылығын арттыра.
Ҡуҙаҡлылар йылы ошо төр үҫемлектәр майҙанын күбәйтеүгә лә этәргес буласаҡ, ти белгестәр.