Башҡортостанда ҡыш аҙағына тиклем кейектәрҙе һәм ҡоштарҙы иҫәпләйәсәктәр. Һунар инспекторҙарына 69 мең километрҙан ашыу юл үтергә тура киләсәк. Йәмғеһе ете мең маршрут билдәләнгән.
Республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында әйтеүҙәренсә, бындай сара һунар ресурсына һәм йәшәү мөхитенә дәүләт мониторингының бер өлөшөн тәшкил итә. Уның барышында һунар сығанаҡтарының иҫәбе, йәшәү мөхите, үҙгәреү динамикаһы даими күҙәтеләсәк. Инспекторҙар ҡоштарҙы теркәйәсәк, ҡар өҫтөндәге эҙҙәр буйынса хайуандарҙың әүҙемлеген билдәләйәсәк.
Күрһәткестәргә апрель айында йомғаҡ яһаласаҡ. Бындай сара һунар рөхсәт ителгән 18-ҙән ашыу кейек төрөнөң һанын билдәләү мөмкинлеген бирә. Ошо һандар нигеҙендә киләһе миҙгелдә һунарҙың дөйөм лимиты асыҡлана.