Ауылға бар — миллион бирерҙәр20.01.2016
Былтыр республикала 116 табип ауылға эшкә юлланып, бер миллион һум күләмендә түләү алған. Ошо өлкәлә һиҙелерлек һөҙөмтәләргә өлгәшкән төбәктәр исемлегендә республикабыҙ Краснодар, Алтай крайҙарынан, Мәскәү һәм Ростов өлкәләренән ҡала 5-се урынды биләй.

— Ауылда һаулыҡ һаҡлау тармағының табиптарға ихтыяж кисереүен иҫәпкә алып, былтыр “Ауыл табибы” программаһын һөҙөмтәле тормошҡа ашырыуға айырым иғтибар бирелде, — тине “Тормош (һаулыҡ) сифаты” федераль проекты етәксе­лә­ренең береһе Сәлиә Мырҙабаева. — Мотлаҡ медицина стра­ховкаһы фонды менән берлектә хәлде даими күҙәтеп, төбәктәрҙә маҡсатҡа ярашлы эш алып барҙыҡ. Һөҙөмтәлә былтыр проектҡа бүленгән федераль аҡсаны үҙләштереү күләме 74,4 процентҡа тиклем артты.
Былтыр “Ауыл табибы” программаһы 3750 кешене өҫтәмә рә­үештә ауыл еренә йәлеп иткән. 2014 йыл менән сағыштырғанда, был 429 кешегә күберәк. Программа быйыл да тормошҡа ашырыла. Ул ауылдағы медицина учреждениеларына 5300-ҙән ашыу табипты ҡайтарыу мөмкинлеген бирәсәк.


Вернуться назад