Кем һөнәренең оҫтаһы?20.01.2016
Башҡортостанда суд системаһында эшләгән хеҙмәткәрҙәр араһында үткәрелгән “Үҙ һөнәренең оҫтаһы” конкурсына йомғаҡ яһалды.

Беренсе урынға Өфө ҡалаһының Киров районы суды хеҙмәткәре Илнур Ғәликәев лайыҡ булды. Икенсе урынға Башҡортостандың Юғары суды судьялары ярҙамсылары Әлиә Моратова менән Эльвира Һөйәрғолова сыҡты. Өсөнсө урында – Баймаҡ ҡалаһының 2-се суд участкаһы мировой судьяһы ярҙамсыһы Эльвира Садрова.
Йыл һайын ойошторолған был сара суд системаһында эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе дәртләндереүгә йүнәлтелгән. Был юлы конкурста Бәләбәй, Нефтекама, Сибай, Салауат ҡалалары вәкилдәре айырыуса билдәләнгән.


Вернуться назад