Аҙыҡ-түлек ҡиммәтләнә19.01.2016
Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге мәғлүмәттәренә ҡарағанда, халыҡтың 82 проценты йәшелсәгә һәм емеш-еләккә хаҡтың артыуын тойған. Шул иҫәптән граждандарҙың 75 процентын — иттең, 72 процентын һөт ризыҡтарының ҡиммәтләнеүе борсой.

Хеҙмәттәргә һәм аҙыҡ-түлек булмаған тауарҙарға килгәндә, рәсәйҙәрҙең 74 проценты — коммуналь түләүҙәрҙең артыуын, 54 проценты бензинға хаҡтың күтәрелеүен билдәләй. Респонденттар баһалауынса, төп ризыҡтарға һәм хеҙмәттәргә хаҡтың үҫеш тиҙлеге йыл аҙағында түбәнерәк булған.

Л. ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.



Вернуться назад